

Зөлфиә улына ҡараны ла телһеҙ ҡалды. Нисә йылдар ошо осрашыу тураһында хыялланғайны бит ул. Бынан 18 йыл элек ике генә йәшлек сағында һуңғы тапҡыр күргәйне улын. Иренән аңын юғалтҡансы туҡмалғас, сыҙарлыҡ хәле ҡалмағас, йәшәгән йортонан ҡасып сығып киткәйне...
***
19 йәшлек Зөлфиә буласаҡ ире менән студент йылдарында танышты. Бүлмәләш ҡыҙы, әхирәте Гөлгөнә класташтар осрашыуына ҡайтырға йыйына башлағас, Зөлфиәне лә саҡырҙы. Ял көндәрендә ҡалала ятҡансы , тип әхирәтенең тәҡдименә тиҙ ризалашты ул.
Осрашыу ауыл эргәһендәге йылға буйында үтте. Әхирәтенең класташтары бик ихлас ҡабул итте Зөлфиәне. Ҡыҙ ҙа улар менән иркен аралашты. Араларында йор һүҙле, барыһын да күҙенә ҡаратып торған Илгиз менән шунда уҡ уртаҡ тел таптылар. Теле телгә йоҡмаған, һәр ваҡыт ҡыҙыҡ анекдоттар һөйләгән, хис-тойғолары урғылып торған был егет янында ҡыҙға күңелле ине.
Мөләйем йөҙлө буласаҡ уҡытыусыға ла Илгиз дә битараф ҡалманы. Уны үҙенә ҡаратыр өсөн бар тырышлығын һалды. Киләһе ялда уҡ Зөлфиәнең бүлмәһенең ишеген ҡаҡты. Тракторсы булып эшләгән ябай ауыл егете булһа ла, ҡыҙға матур итеп иғтибар күрһәтә белде. Ҡиммәтле кафеға ла алып керҙе, аҡсаһын йәлләмәй көмөш алҡа ла бүләк итте.
Зөлфиә шулай итеп үҙенең ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Йылы матур һүҙҙәренә иҫереп, ҡанатланып осоп йөрөнө. Бер йылдан диплом алыуына Илгизгә кейәүгә сығып та ҡуйҙы. Ҡалала йәшәрмен тигән хыялы ла шулай үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты. Һөйгәне эргәһендә булғанда уның тормошо ла түңәрәк ине.
Ләкин өйләнешеп бергә йәшәй башлауҙарына күп тә үтмәй Илгиздең холҡо үҙгәрә башланы. Тәүҙә ҡатынының мәктәптә эшләүен оҡшатманы, көнләшеп йонсотто.
–Хәҙер компьютер заманы , өйҙән генә лә аҡса эшләп була. Кем өсөн биҙәнеп -яһанып сығып китәһең унда ? – тип юҡҡа бәйләнә башланы.
Ә инде Илгиздең бер туған ҡустыһының тыуған көнөнә барыу өйҙә айырыуса ҙур тауыш сығарҙы. Ҡунаҡ булғас, уйын- көлкө булды.Зөлфиәне лә бейергә саҡырҙылар. Был Илгизгә бөтөнләй оҡшаманы. Ҡунаҡта уҡ сыҙаша алмай ҡыҙып ултырғайны. Өйгә инеү менән Зөлфиәгә йоҙроҡ эләкте.
–Ни өсөн Нәғим һине бейергә саҡыра? Йөрөйһөгөҙмө әллә? Тракторсы иреңде һанламай башланыңмы? Әллә уҡытыусылар кәрәк булдымы? – тип ажғырып өҫтөнә ташланды.
Хатта ҡатынының ауырлы булыуы ла ирҙе тынысландырманы. Иртәнсәк битенә күкте йәшерә торған крем һөртөп саҡ атлап эшенә китте Зөлфиә. Шул тиклем яратып сыҡҡан иренә ҡарата уның йөрәгендә нәфрәт менән үпкә тулышты.
Сабыйы тыуыуы ла Илгиздең холҡон үҙгәртмәне. Ҡатынын күрһә ене ҡоторҙо. Эскәндә үҙен белмәй, бер нәмә лә иҫләмәй тиер инең, балаһын күрһә бөтөнләй икенсе, изге йәнле кешегә әүерелде.
Туҡмала-туҡмала өс йыл йәшәне Зөлфиә. Улына ике йәш тулғас, йәнә эшкә сыҡты. Бер көндө мәктәптә ҙур саранан һуң уға һуңлап ҡайтырға тура килде. Уҡытыусының эше дәрес биреү менән генә бөтмәй шул. Унан тыш әллә күпме мәшәҡәттәр өйөлгән.
Был көндө Илгиз Зөлфиәне ҡапҡа алдында уҡ күҙҙәре аларып ҡаршы алды.
–Нимә, донъяң бар икәнен дә онотоп мәктәптә миңә хыянат итеп йөрөйһөңмө? – тип өйгә килеп инеү менән иҙгәнсе бәргеләне.
Зөлфиә дауаханала аңына килде. Эргәһендә һығылып илап ултырған ҡәйнәһен күргәс , барыһы ла яйлап иҫенә төштө.
–Ҡәйнәм , баланы ҡара инде. Әллә шәбәйеп китә алам, әллә юҡ, - тип үҙе лә күҙ йәштәренә төйөлдө.
–Ҡарармын, борсолма. Һин юҡта өйҙә ҡотормай бит ул. Улын да яратып ҡына тора. Әллә нишләп һине күрһә, холҡо үҙгәрә лә китә. Әллә уҡымағанлығынан түбәнһенә. Үҙем дә аңламайым уны, әйткәнде лә тыңларлыҡ түгел, – тине ҡәйнәһе.
Бөр көндө дауаханаға институтта бергә уҡыған төркөмдәше, бүлмәләше, Илгиз менән таныштырған әхирте Гөлгөнә килеп ине.
–Зөлфиәәәә, ҡарарлыҡ ерең дә ҡалмаған бит. Нисек түҙҙең икән был тиклем йәберләүҙәргә ? Мәңге көләс, шаян Илгиздең шулай ҡул күтәререн башыма ла килтермәгәйнем. Һине үлтерәсәк бит ул былай. Йәшәйһең килһә, башыңды алып берәй яҡҡа ҡас, – тине әхирәте.
–Ҡайҙа барам һуң, Гөлгөнә? Ата-әсәйем иҫән түгел. Кемгә һыям мин? Яңғыҙым ғына түгел, улым да бар бит әле, –тине күҙ йәштәренә быуылып.
–Иҫән кеше юғалмай. Мөмкин тиклем алыҫҡа, Себер яҡтарына сығып кит. Улыңды аҙаҡ , аяҡҡа баҫҡас, ҡайтып алырһың, –тигән кәңәшен бирҙе Гөлгөнә.
Бер ай тирәһе ятты дауаханала Зөлфиә. Ошо ваҡыт эсендә бер генә тапҡыр ҙа хәлен белешергә ире килмәне.
Был Зөлфиәнең йөрәген бөтөнләйгә туңдырҙы. Әхирәтенән юлға, тәүге мәлдә йәшәр өсөн аҡса, кейем-һалым алды ла дауахананан тура Себер тарафтарына сығып китте. Улын һағынып йөрәге һыҡраны, ләкин тиҙҙән ҡайтып алырмын , тигән уйы менән үҙен йыуатты.
Әхирәте таныштары аша Себерҙә эш белешеп ҡуйғайны инде. Дөйөм ятаҡҡа урынлашып, һауыт-һаба йыуыусы булып эшләп алды ла китте. Бер аҙҙан ашнаҡсылар курсын тамамланы. Ашнаҡсы булып урынлашҡас, тормошо тағы ла көйләнде. Ире менән бәйләнеш бөтөнләй өҙөлдө,уны эҙләп йөрөүсе лә булманы. Бары тик бер туған апаһына ғына үҙенең иҫән-һау булыуы тураһында хәбәр ебәрҙе.
Кафела, ҡунаҡта күңел асып йөрөмәне, кейемдең дә ҡиммәтен алманы. Хеҙмәт хаҡын бөртөкләп, тинләп фатирға йыйҙы. Шулай итеп улы менән күрешеү минуттарын көттө.
Ирҙәргә күтәрелеп тә ҡарарға теләге булмаған сағында осратты ул Зөфәрҙе. Студент сағында Зөлфиә тип өҙөлөп торған, һәр теләген ҡаршылыҡһыҙ үтәргә әҙер булған егеткә олпат ир төҫө кергән. Сабырлыҡ, баҫалҡылыҡ бөтә булмышында сағыла. Алыҫ түгел төҙөлөш ойошмаһында эшләгән Зөфәр менән улар көтмәгәндә кафела осрашты. Ир Зөлфиәне күреүгә бик шатланды.
Бер ауыҙы бешкән Зөлфиә генә уға әллә ни иғтибар бирмәне. Ирҙәрҙең матур һүҙенә, йомшаҡ теленә күңеле ҡатҡайны уның.
Бер көндө уға эштә һуңғараҡ ҡалып, ишекте үҙенә бикләп сығырға тура килде. Ләкин ҡабаланғанғамы бикләй алмай аҙапланды. Шул ваҡыт кафе эргәһенә машинаһында Зөфәр килеп туҡтаны.
–Бөгөн кафела һин бешергән ашты ашап ҡайтырмын тиһәм, өлгөрмәгәнмен икән. Оҙаҡҡа һуҙылды шул эш, – тине машинаһынан төшөп.- Бикләй алмай йонсойһоңмо? Һине тыңламай бит асҡыс. Ҡана үҙем бикләп ҡарайым, – тип асҡысты ҡулына алды.
Байтаҡ ваҡыт аҙапланған Зөлфиә ирекһеҙҙән Зөфәрҙең ярҙамынан файҙаланды.
Ир ҡулын тойған йоҙаҡ тиҙ генә бикләнеп тә ҡуйҙы.
–Һуң бит инде, машинала алып барып ҡуяйым, – тине ипле генә итеп Зөфәр.
Ҡыйынһынһа ла Зөлфиә был тәҡдимдән да баш тартманы.
Ҡабаландыманы Зөфәр. Тыныс холҡо, йылы мөнәсәбәте менән Зөлфиәнең йөрәген яйлап ҡына иретте. Ҡатын бер нәмә лә йәшермәй үткән тормош юлы тураһында һөйләп бирҙе.
Иренән айырылырға һәм баланы үҙенә күсереп алып килергә теләүен дә әйтте.
Ләкин яҙмышы күгендә ҡояш сығып өлгөрмәне, йәнә ул болот менән ҡапланды. Машинала аварияға осрап, түшәккә ятты. Йәшәүҙән туйған, донъяны күрә алмаған саҡтарында эргәһенән Зөфәр китмәне. Зөлфиәнең күңелендә йәшәүгә өмөт хистәрен ҡабаттан уятты ул.
Бөтөнләй баҫа алмам тигән өмөтһөҙлөгө Мәскәү табиптарына күренгәс юғалды. Ун йылдан ашыу түшәктә ятҡандан һуң операция эшләнеләр. Ҡабаттан атларға, ҡабаттан йәшәргә өйрәнде Зөлфиә. Ошо йылдар эсендә Зөфәрҙең сыҙамлығына, сабырлығына иҫе китте. Мөхәббәттең ни тиклем тәрән тойғо булыуын шунда аңланы. Матур һүҙҙә түгел , күрһәткән ҡылығыңда сағыла шул һөйөү көсө. Ә бер көндө Зөфәр уға күптән көткән хәбәрен еткерҙе.
–Зөлфиә, мин һинең улыңды эҙләп табып бәйләнешкә индем. Иртәгә ул беҙгә киләсәк, –тине.
Һөйөнөсө күңеленән артылды Зөлфиәнең. Өҫтәлгә нимә әҙерләргә, өҫтөнә ниндәй күлдәк кейергә белмәне. Улына әйтер һүҙҙәре лә күңелендә буталып бөттө...
Ҡыңғырау сыңлау менән осоп барып ишекте асты.
-Улым...Ҡәҙерле генә балам минең...барыһы өсөн дә мине ғәфү ит... – күңелдәге хистәр үҙенән -үҙе түгелде.
Зөлфиә улын ҡосаҡлап үкһеп иланы ла иланы.
–Әсәй, ғәфү үтенмә. Атайым һинең турала гел насарлап һөйләһә лә, өләсәйем аша яҙмышың тураһында беләм. “Үҫкәс әсәйеңде эҙләп тап” тине өләсәйем был донъянан киткәндә. Быйыл атайым да мәрхүм булды. Барыбер һине табыр инем, –тине улы әсәһен ҡосаҡлап.
Шул килеүенән ҡайтманы улы. Себерҙә ҡалды. Ситтән тороп юғары уҡыу йортона инде. Яҡшы эшкә урынлашты. Зөлфиә ошо мәлдә тулы ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәй башланы.Әрнеүле, ғазаплы йылдары ҡайһы берҙә генә йөрәген һыҡратып иҫенә төштө.
Автор фотоһы.