

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары - Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимовтың концерттары башланған. Уларҙы һәр ерҙә көтөп ҡалалар һәм концерттары ҙур аншлаг менән үтә. Шулай ҙа Гүзәл Уразова үҙ тамашасыларын саҡырып: "Килегеҙ! Яҙын ҡайһы бер сәбәптәр менән концерттар булмаясаҡ,"- тип яҙған.
Хәйер, осло күҙле тамашасылар яратҡан йырсыларының түңәрәкләнеп килгән эсен (ҡорһағын) һиҙмәй ҡалмаған. Ҡотлаусылар ҙа юҡ түгел.
Матур һәм татыу ғаиләлә йәнә бер сабыйҙың тыуыуын бар тамашасылар ҙа көтөп ҡала.
Фото: асыҡ сығанаҡтан