

Республика көнө алдынан Ибраҡай ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башҡарылған капиталь ремонттан һуң Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы үтте.
Төбәк етәксеһе 2023 йылдың 9 авгусында бында булды һәм шунда уҡ ауыл мәҙәниәт йорто бинаһын төҙөкләндерергә, унда фельдшер-акушерлыҡ пунктын, китапхананы һәм клубты урынлаштырырға хәл итте.
Объект авария хәлендә тип танылғандан һуң, бында ҡыйыҡты ремонтлау, тәҙрә блоктарын алмаштырыу буйынса эштәр башҡарылған. Бинаның тышҡы яғын һәм янғын сигнализацияһын да индереп, артабанғы ремонт талап ителә. Һәм бына республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында 1986 йылда төҙөлгән бина икенсе һулыш алды. Һис шикһеҙ, был ауыл халҡы өсөн ҙур бүләк.
Ауыл халҡын был мөһим ваҡиға менән ҡотларға һәм улар менән осрашыуға Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Авдеев, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин килде.
– Яңыраҡ ҡына, августа, Радий Фәрит улы Стәрлебаш районына эш сәфәренә килгән саҡта, был объект бөтөнләй икенсе төҫтә ине. Республика башлығы Республика көнөнә тиклем бөтә төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамларға ҡушты. Бөгөн һеҙҙең менән ниндәй матур бина килеп сығыуын күрәбеҙ. Эстә биҙәкләү эштәре тамамланған, яңы ҡойма ҡуйылған, асфальт түшәлгән майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән. Был ауыл халҡы өсөн мөһим урын, бында фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм китапхана күсә, – тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов.
Ул Радий Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә, Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт белдерҙе. Сара шәхси ваҡытын йәлләмәгән һәм өмәләрҙә ҡатнашҡандарҙың барыһын да бүләкләү менән дауам итте. Рөстәм Камил улы төҙөүселәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы ремонт башҡарғандары өсөн айырым рәхмәт белдерҙе.
Бына иң көтөп алынған мәл етте! Почётлы ҡунаҡтар символик таҫманы киҫте, сараға килеүселәрҙең барыһы ла экскурсия өсөн бинаның эсенә саҡырылды. Йылы, иркен бүлмәләргә барыһы ла ҡыуанды. Республика бүлгән финанстарға матди-техник йыһаздар, аппаратура, сәхнә костюмдарын һатып алырға ҡалған. Ләкин унһыҙ ҙа тамаша залында аншлаг булды! Тамашасылар Зөфәр Атанғолов башҡарыуында ҡурай моңон ишеткәс, барыһы ла бейергә төшөп, уңайлы креслоларын ҡалдырҙы.
Фото һәм сығанаҡ: https://sterlibashevskierodniki.ru/