Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Октябрь 2023, 17:45

Венгрияла "Башдрам"дар сәхнәгә сыға!

Бөгөн театрыбыҙ Будапештта "Джут" ("Йот") спектаклен күрһәтә.

Венгрияла "Башдрам"дар сәхнәгә сыға!Венгрияла "Башдрам"дар сәхнәгә сыға!
Венгрияла "Башдрам"дар сәхнәгә сыға!

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Х Халыҡ-ара театр олимпиадаһы барышында Будапешт ҡалаһында сығыш яһай. "Сәхнә спектакль күрһәтергә әҙер, декорация ҡоролдо, реквизит урынында", – тип хәбәр итә сәйәхәтселәребеҙ. Театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм актер Фәнис Рәхмәтов видеосәләм дә юлланы. Яҡташтарыбыҙға ижади уңыштар, изге сәфәр теләйек!

Әйткәндәй, Венгрияла ваҡыт – беҙгә ҡарағанда өс сәғәткә артта. Һеҙ был юлдарҙы уҡып, видеоларҙы ҡарағансы, ҡәҙерле төркөмдәштәребеҙ, артистарыбыҙ Будапешт сәхнәһен бер итеп спектакль менән сығыш яһап та йөрөр, моғайын. 

Видеолар - гәзитебеҙ төркөмөндә: https://vk.com/gazetabashkortostan .

 

Видеолар, фото: театрҙан.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас