Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октябрь 2023, 13:50

Һауа торошо байрамға ҡамасауламаны

Баш ҡала парктарында халыҡ кинәнеп ял итте.

Һауа торошо байрамға ҡамасауламаныҺауа торошо байрамға ҡамасауламаны
Һауа торошо байрамға ҡамасауламаны

Көн болотло булһа ла, Ҡашҡаҙан паркына килеүселәрҙең күңелдәрен “Беҙ йәшәгән төйәк” тип исемләнгән байрам саралары йылытты. Рәсми ҡунаҡтарҙың ҡотлау һүҙҙәренән һуң, сараны йыр-бейеү дауам итте, ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡлы сюрприздар ҙа көттө. Сағыу фотозоналар, ҡыҙыҡлы аквагримм тирәһенән дә кеше өҙөлмәне. Ләкин байрам бының менән генә сикләнмәне, 15 сәғәттән еңел атлетика ярышы башланды. Ғөмүмән,Ҡашҡаҙан паркындағы республика көнө уңайынан ойошторолған байрам бында килеүсе һәр кем өсөн матур бүләк булды.

Көн ямғырлы булһа ла Өфөнөң Ленин районында ла Республика көнөнә арналған саралар сағыу килеп сыҡты. Тантаналар затондағы “Тулҡын” паркында бик йәнле үтте. Ылыҫлы аллея буйында 14 белем биреү учреждениеһының күргәҙмә экспозициялары урын алды. Бай тирмәләрҙә ҡунаҡтарға сигеү, һүрәт төшөрөү, ҡурсаҡтар эшләү буйынса оҫалыҡ дәрестәре күрһәтелде. Әүҙем ял төрөн үҙ итеүселәр спорт майҙансығында баскетбол уйнап, гер күтәреп үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Ә бына Әҙһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе, 7-се балалар музыка мәктәбе, “Йәдкәр” мәҙәниәт йорто коллективтарының концерты байрамға дәрт өҫтәне. Ҡотлап әйтелгән һүҙҙәрҙә, Өфө ҡалаһының йылдан-йыл матурлана барыуы, унда уңайлыҡтар тыуҙырылыуы хаҡында һөйләнелде. 450 йыллыҡ юбилей алдынан да  баш ҡалабыҙҙың йөҙө үҙгәрер, ошо маҡсатта яңы объекттар, юлдар, парктар, скверҙар булдырыла.

Дим паркындағы  байрам кәйефе бөгөн әллә ҡайҙан ишетелеп торҙо. Бында 12 сәғәттә үк саралар башланып китте. Көн ямғырлы булһа ла, күптәр өйҙә ултырып сыҙаманы. Ғөмүмән, бында һәр байрамда парк тулы халыҡ була, тиҙәр ошо төбәктә йәшәүселәр.

Фотолар: район хакимиәттәре сайттарынан алынды.

 

Һауа торошо байрамға ҡамасауламаны
Һауа торошо байрамға ҡамасауламаны
Һауа торошо байрамға ҡамасауламаны
Һауа торошо байрамға ҡамасауламаны
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас