Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октябрь 2023, 12:00

Дунай халҡын милли театрыбыҙ әсир итте

Будапешт тамашасылары Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарын сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй алҡышланы.    

Дунай халҡын милли театрыбыҙ әсир иттеДунай халҡын милли театрыбыҙ әсир итте
Дунай халҡын милли театрыбыҙ әсир итте

Кисә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта Милли театр сәхнәһендә, Х халыҡ-ара театр Олимпиадаһы сараларына ярашлы, "Джут" ("Йот") спектаклен (О. Жанайдаров, режиссеры - А. Абушахманов) күрһәтте. Сит ил тамашасылары спектаклде йылы ҡабул итте, спектакль тамамланғас, артистарҙы оҙайлы алҡыштарға күмде. Спектакль башҡорт телендә уйналды, текст рус һәм венгр телдәренә махсус панелдә тәржемә ителеп барҙы, тип хәбәр итә театр вәкилдәре.

Сәфәрҙәгеләр ебәргән видеоларҙа данлы театрыбыҙҙың тағы бер ҙур уңышы һынландырылып, тарихта ҡала. Афарин, һеҙ Башҡортостан, Рәсәй исеменән һәр саҡтағыса лайыҡлы сығыш яһанығыҙ, тибеҙ яҡташтарға!

Видеолар - гәзитебеҙ төркөмөндә: https://vk.com/gazetabashkortostan .

Рәүилә Ғатауллина.

Фото: Венгрия тамашасылары артистарыбыҙҙы сәхнәгә ҡабат-ҡабат саҡырып алҡышланы. Видеонан скриншот.

Видеолар: БДАДТ. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас