

Бөтә Рәсәй уйындар фестиваленә ярашлы, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы “Муха” студияһы менән берлектә балалар өсөн анимация буйынса оҫталыҡ дәрестәре әҙерләгәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Рәсәй кимәлендәге “Әйҙә, уйнарға!” уйынсыҡтар фестивале беренсе тапҡыр ойошторолдо һәм беҙҙең Өфөлә үтте.
Киностудия әҙерләгән был оҫтахана майҙансығында балалар иң яҡшы анимация фильмдарын - “Йәшенмәк”, “Яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ”, “Ҡурай еләге урманы”, “Тылсымлы тарих” фильмдарын ҡарап ҡына ҡалманы, үҙҙәре анимация төҙөргә лә өйрәнде. Уларға мультипликация артындағы тылсымлы донъяға эләгергә һәм яратҡан геройҙарының барлыҡҡа килеүен – идеянан алып күренеп торған образдарға тиклем төҙөргә “Муха” студияһының арт-директоры Максим Легаев оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
– Беҙҙең студия бына инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу эшләп килә. Шул ваҡыт эсендә Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтелгән фильмдарыбыҙ булды. Әммә үҙебеҙ Башҡортостанда урынлашһаҡ та, бер ҡасан да урындағы халыҡ тураһында фильм төшөрмәнек, етәкселәрҙән дә тейешле ярҙам ала алманыҡ. Бөгөн бына “Төньяҡ амурҙары” анимацион йәнһүрәтен ҙур прокатҡа сығарҙыҡ. Уны Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтеү планлаштырыла, һинд һәм ҡытай теленә тәржемә итеү идеяһы ҡарала. Ул бик оҙаҡ эшләнгән йәнһүрәт. Ғөмүмән, анимацион әҫәрҙәр ҙур сығым һәм үҙенә етди мөнәсәбәт талап итә. Был юҫыҡта, республика Башлығының эшмәкәрлеген әйтеп үткем килә. Ул беҙҙең студияға үҙе мөрәжәғәт итте, ҡыҙыҡһынды, башҡорт халҡының тарихына ҡағылышлы ошо йәнһүрәтте эшләргә тәҡдим итте һәм, әлбиттә, сығымын да күтәрешергә ярҙам итте. Был - беҙҙең студия тарихында ғына түгел, ғөмүмән Башҡортостан тарихында, милли юҫыҡта беренсе ҙур йәнһүрәт. Артабан инде Шайморатов генерал хаҡындағы фильм тураһында фекерҙәр бар. Шуға ла төбәк етәксеһе Радий Фәрит улына киностудияға бүлгән иғтибары, ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә, – тип белдерҙе Максим Легаев.
Бөгөн бөтә ил киңлектәрендә кешеләрҙең яратып ҡараған “Садко” йәнһүрәтенең төҙөүселәре иҫәбендә “Төньяҡ амурҙары” ғына түгел, тағы ла ике компьютер уйыны ята. Ул уйындарҙа Миңлеғәле Шайморатов кеүек персонаждарҙы осратырға һәм борондан алып бөгөнгәсә тиклемге тарихи мөхиттә уйнарға була.
Автор фотолары.