Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Октябрь 2023, 15:00

Элвин Грейҙың концерты булмаясаҡ

Был ҡалала ҡурҡыныс сир таралған. 

Элвин Грейҙың концерты булмаясаҡЭлвин Грейҙың концерты булмаясаҡ
Элвин Грейҙың концерты булмаясаҡ

Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаған яҡташ йырсыбыҙ Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәр аша Ульянов өлкәһенең Димитровград ҡалаһында концерты кисектерелеүе тураһында хәбәр итте. Баҡһаң, был ҡалала хәүефле сир – ҡыҙылса таралған.

Радиктың концерты ун көндән – 24 октябрҙә булырға тейеш булған. Әммә ҡалала карантин иғлан ителгән һәм сикләү саралары индерелгән. Шуға күрә ул сығышын 26 ноябргә күсергән. Артистың әйтеүенсә, алдан алған билеттар яңы билдәләнгән көндә лә ғәмәлдә буласаҡ.

“Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Яҡын арала осрашҡансы тиклем”, – тип яҙған ул.

Билдәле булыуынса, ҡалала ҡыҙылса сире ҡоторған һәм властәр бөтә күп кеше ҡатнашҡан сараларҙы үткәреүҙе тыйған. Күренеүенсә, был сир ҙур хәүеф тыуҙыра.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас