

Әлфиә Ниғмәтуллина "Рәсәй 1" каналындағы «Ну-ка, все вместе!» проектының ярым-финалына үтеп, барыһын да һөйөндөрҙө. Улай ғына түгел, ул "От чего так березы шумят" һәм "Ай былбылым" йырҙарынан ҡоролған композиция менән жюри ағзаларын, федераль телеканал тамашасыларын әсир итте!
Әлфиә сығышы менән Төмән өлкәһенән. 31 йәштә. Мәскәүҙәге Маймонида исемендәге Дәүләт классик академияһының донъя музыкаһы мәҙәниәте факультетын тамамлаған. «Заман» төркөмө солисы булараҡ билдәле.
Афарин, Әлфиә! Артабан да уңыштар һәм балҡыштар юлдаш булһын!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.