Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Октябрь 2023, 11:00

Мария - финалда!

Яҡташтарыбыҙ "Голос" тапшырыуында уңыш яулауын дауам итә. 

Мария - финалда!Мария - финалда!
Мария - финалда!

Мәләүездән Мария Мирова Беренсе каналдың “Голос. Балалар түгел” телепроекты финалына сыҡты. Билдәле булыуынса, республика ҡыҙы программала Полина Гагаринаның ижади командаһына инә. Йырсы жюриҙы Леонид Агутиндың “Музыка” йыры менән арбаны.

Бынан алда Мария Мирова “Голос. Балалар” конкурсының икенсе миҙгелендә ҡатнашҡайны. Ул ваҡытта Дима Биландың командаһында ул ярымфиналға тиклем барып етә алды.

Был юлы яҡташыбыҙға уңыш нығыраҡ йылмайыр тип көтәбеҙ. Уңыштар һиңә, Мария!

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас