

Хәбәр итеүебеҙсә, 10 - 12 октябрҙә Минск ҡалаһында Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте. Сарала ҡатнашҡан Башҡортостандың Әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова үҙенең социаль селтәрендә бик матур фото ҡуйҙы һәм түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырҙы.
"Минскиҙа Әҙәбиәт йорто бар. Ҙур бина. Шунда уҡ Яҙыусылар союзы ла урынлашҡан. Бөтә нәмәләре лә үҙҙәрендә: китапхана, концерт залы, осрашыуҙар өсөн аудитория, кафе. Гөрләп эшләүгә барлыҡ шарттары ла бар.
Залдарҙы ҡарап йөрөгәндә башҡорт көйөн ишетеп ҡалдым бит! Ишек һайын асып эҙләйем. Бер кабинеттың ишеген асып ебәрһәм - башҡорт костюмындағы бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар. Аптырауҙан ҡолап китә яҙҙым.
"Ләйсән" төркөмө булып сыҡты был. Башҡортостандан килеп, яҙмыш ҡушыуы буйынса ошонда ҡалған башҡорт-татар ҡыҙҙары үҙ илдәрен һағыныу һағышын ошолай баҫа", - тип яҙҙы Миләүшә Ҡаһарманова.
Беларусь башҡорттарына "Афарин!"дан башҡа ни әйтәһең!
Фото һәм текст сығанағы: Миләүшә Ҡаһарманова.