Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октябрь 2023, 23:20

Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре

Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәримдең дуҫлығы – изгелек, кешелек һәм тоғролоҡтоң кәүҙәләнеше.

Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре
Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре

Кесе йома, 19 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов: үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре” исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәл эшендә яҙыусылар, республиканың ижади эшмәкәрҙәре, ғалимдар һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Үҙенең сәләмләү сығышында Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Ибраһимов Азат Әхмәт улы был сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡһыныу күрһәткәндәре һәм ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы исеменән сәләмләү һүҙе менән шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина сығыш яһаны һәм түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға емешле эш теләне. Шулай уҡ Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәримдең дуҫлығы – изгелек, кешелек һәм тоғролоҡтоң кәүҙәләнеше, тип билдәләне.

Саҡырылған ҡунаҡ сифатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы һәм Дағстан милли мәҙәниәтенең Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Магомедхабиб Султанмагомедов сығыш яһаны. Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәрим “поэтик арба”ның дүрт тәгәрмәсенән торған ике тәгәрмәсе була, улар арҡаһында Урал менән Кавказ араһында Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәниәтенең ышаныслы күпере ята. Улар патриотизмдың ысын өлгөһөн күрһәтә. Был ысын ир-егеттәрҙең һәм ысын шағирҙарҙың ысын дуҫлығы булды”, – тип билдәләне Әлфиә Мостай ҡыҙы үҙенең сығышында.

Магомедхабиб Султанмагомедов, үҙ сиратында, Дағстан үҙәге эшмәкәрлеге тураһында һөйләне: Башҡортостан Республикаһының өлкән класс уҡыусылары араһында Рәсүл Ғамзатов ижады буйынса конкурс уҙғарылған. Конкурста еңеүселәр Дағстандың спорт комплексында ял итеү хоҡуғына эйә булған. Өфө урамдарының береһе хәҙер Дағстан Республикаһының халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов исемен йөрөтә, һәм улар Махачкала ҡалаһы мэрияһы менән берлектә Дағстандың баш ҡалаһы урамдарының береһенә Мостафа Сафа улы исемен бирергә ниәтләй, тип билдәләне ҡунаҡ.

Прозаик, тәржемәсе, Башҡортостан кинематографистары рәйесе Зөһрә Бураҡаева Мостай Кәрим исемендәге фондтың киң мәғлүмәт саралары һәм киноиндустрияһы өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Ул Мостай Кәримдең ижады спектакль ҡуйыу йәки әҫәрҙәрҙе экранлаштырыу предметы ғына түгел, ә халыҡ шағиры һәм үҙе режиссерҙар ижадының әҙәби геройы булыуын билдәләне.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы баш китапханасы Магомедова Сабиғәт Усман ҡыҙы сәләмләне һәм “Рәсүл тураһында” йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны. Шулай уҡ ул авар телендә Мостай Кәримдең шиғырын уҡыны. Сабиғәт Усман ҡыҙы үҙ сығышын Рәсүл Ғамзатов тураһында шиғыр менән тамамланы.

Милли китапхана хеҙмәткәре Р. Хәкимованың Р. Ғамзатов ижадындағы ҡатын-ҡыҙ образдары тураһындағы доклады Дағстандың халыҡ шағиры ижады тураһында алдағы сығыштарына яҡшы өҫтәмә булды.

Түңәрәк өҫтәлдә Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары, филология фәндәре кандидаттары, доценттар Илшат Янбаев һәм Айнур Хужахмәтов ҡатнашты. Үҙ докладтарында улар Мостай Кәримдең ижадын төрлө яҡтан асты. Шулай итеп, А.Хужахмәтов яҙыусы ижадының гуманистик тәбиғәтенә иғтибар итте. Ғалим-әҙәбиәтсе И.Янбаевтың сығышы ла тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул үҙенең докладында, М.Кәрим әҫәрҙәрендәге мифологик образдар, сюжеттар, мотивтар тәрән фәлсәфәүи йөкмәткегә эйә һәм башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген асыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар алдында халыҡ шағирҙары Рәсүл Ғамзатов һәм Мостай Кәримдең шиғырҙары менән Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты һәм М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары сығыш яһаны.

Мәғлүмәт: Башинформ.

Фотолар: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1728

Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре
Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре
Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре
Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре
Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре
Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: