Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Октябрь 2023, 09:00

Ул ысын мәғәнәһендә "халыҡ йырсыһы" ине...

Бөгөн яратҡан йырсыбыҙ Бибисара Азаматоваға 73 йәш булыр ине...

Ул ысын мәғәнәһендә "халыҡ йырсыһы" ине...Ул ысын мәғәнәһендә "халыҡ йырсыһы" ине...
Ул ысын мәғәнәһендә "халыҡ йырсыһы" ине...

Бөгөн талантлы башҡарыусы, моң эйәһе Бибисара Азаматованың тыуған көнө. Уға 73 йәш тулған булыр ине... Әммә ҡәһәрле сир уны арабыҙҙан алып китте. Тамашасылар уны үҙенсәлекле моңо, халыҡсан ижады өсөн үҙ итте.

Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1949 йылдың 21 октябрендә Баймаҡ районының Бәхтегәрәй (Әпек) ауылында тыуған. Тәүҙә өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Шунан ситтә эшләгән әсәһе уны үҙ янына – Мерәҫ ауылына ала.
 
Ауылдарында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Таулыҡай ауылында уҡый. Алтынсы кластан алып Сибай мәктәп-интернатында белем ала. Үҫмер сағында колхозда һыйыр һауа, бесән саба, ат тырмаһы менән тырмата ла. Эшкә лә шәп була, шулай уҡ нәҫелдән килгән йырлау һәләте булған Бибисара концерттарҙа ла теләп ҡатнаша.
 
Бибисара Мостафа ҡыҙының хеҙмәт юлы бик үҙенсәлекле була. 1967 йылдан 1998 йылға тиклем Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында эшләй: тәүҙә — секретарь-машинистка, 1967 йылдан — ВЛКСМ комитеты секретары, 1970 йылдан — профком рәйесе, 1971 йылдан — партия ойошмаһы секретары, 1980 йылдан — директор. Ситтән тороп Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй аҙыҡ-түлек институтын тамамлай (1983). 1998 йылдан Баймаҡ ҡалаһындағы «Башаҡ» ЯАЙ директоры, ә 1999 йылдан — «Нур» рестораны директоры. 2002 йылдан Өфө ҡалаһында – Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары, ә 2007 йылдан Башҡорт хореография колледжында китапхана етәксеһе булып эшләй.
 
Бибисара Азаматованың ижады, уның йырҙары, ҡабатланмаҫ моңло тауышы тамашасы күңелендә мәңге ҡалыр. Ул ысын мәғәнәлә "халыҡ йырсыһы" ине...
Яҡташтары һәм ауылдаштары яратҡан йырсыларын, ысын моң эйәһе булған Бибисара Азаматованы онотмай. Кисә Мерәҫ ауылында йырсының яҡты иҫтәлегенә арнап, уның призына район вокал конкурсы үтте. Сарала йырсы башҡарған йырҙар яңғыраны, уның тураһында матур хәтирәләр менән уртаҡлаштылар.
Һеҙҙең йырҙарығыҙ мәңгелек!
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас