Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Октябрь 2023, 18:00

Беҙҙең йола буйынса, Эльбруста ҡурай моңо

Кәмселектәре булһа ғәфү итегеҙ, алдағы поста яҙыуымса, бында һауа етмәй, үҙеңде бөтөнләй икенсе тояһың...

Беҙҙең йола буйынса, Эльбруста ҡурай моңоБеҙҙең йола буйынса, Эльбруста ҡурай моңо
Беҙҙең йола буйынса, Эльбруста ҡурай моңо

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары - партия төҙөлөшө бүлеге начальнигы Гөлнара Кирәева һәм уның тормош иптәше Салауат тыуған Башҡортостанынан ситтә ял иткәндә лә ҡурайҙан айырылмай. Ошо хаҡта ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

Гөлнара Әнүәр ҡыҙы яҙыуынса, уның тормош иптәше Эльбрус тауының 5100 метр бейеклегендә ҡурайҙа “Боронғо һалдат маршы” көйөн ҡурайҙа уйнаған.

“Беҙҙең йола буйынса, Эльбруста башҡорт ҡурайы моңо.
Кәмселектәре булһа ғәфү итегеҙ, алдағы поста яҙыуымса, бында һауа етмәй, үҙеңде бөтөнләй икенсе тояһың. Шулай ҙа йоланы үтәп ҡайттыҡ!
“Боронғо һалдат маршы”, аҡһаҡалдар һөйләүенсә, Белорет районында борондан телдән-телгә күсә килгән, ҡәҙерләп һаҡланған һәм беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән көй. Мөхәмәт ағай Түләбаев был көйҙө беҙҙең республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә таныта.
Халыҡ әҫәрендә еңел булмаған һалдат тормошо, Тыуған илгә һөйөү, Ватанды һаҡларға әҙер булыу сағылыш таба”, – тип яҙған.

Фото: скриншот.

Видеояҙма: vk.com/kireeva_g

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас