

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында тулы аншлаг менән Анна Батуринаның «Фронтовичка» драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы булып үтте!
Тамаша "Берҙәм Рәсәй" партияһының “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылды.
Спектаклде Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерһә, ҡуйыусы-рәссам — Сулпан Азаматова, хореограф – Дамир Ибраһимов, композитор - Магуля Мезинова.
“Фронтовичка” пьесаһының төп геройы - Мария Небылица. 24 йәшлек ҡыҙ һуғыштан һуң хәрби госпиталдән тура Уралға юллана, сөнки бында уның һөйгәне Матвей Кравчуктың әсәһе йәшәй. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡа уның барыр урыны ла юҡ. Тыныс тормошта ҡыҙ нисек йәшәр, ни менән шөғөлләнер, бәлки, командиры кәңәш иткән заводҡа эшкә барыр?
Әлегә ул киләсәк тормошоноң яҡты буласағына ышана, өмөт итә, сөнки иң ауыры артта ҡалды. Уны нисек ҡаршы алырҙар, яңы ерҙә үҙенә урын табырмы ул? Баҡтиһәң, тыныс тормошта ла көрәшергә, иң тәүҙә үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк икән дә баһа...
Фото: Сибай театры төркөмөнән.