Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Октябрь 2023, 07:00

Юлыҡтар сәлпәк бешергән

Ә һеҙ сәлпәктең нимә икәнен беләһегеҙме? 

Юлыҡтар сәлпәк бешергәнЮлыҡтар сәлпәк бешергән
Юлыҡтар сәлпәк бешергән

Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы – төбәктең тарихи һәм үҙенсәлекле ауылдарының береһе. Элек-электән ул тирә-яҡта мәҙәниәтле, мәғрифәтле, уҡымышлы кешеләре менән дан тота. Райондағы берҙән-бер татар ауылы ла ул. Бөгөн дә улар үҙҙәренең милли йолаларын һаҡлап, милли аш-һыуҙарына тоғро ҡалып йәшәй. 

Ауылдың уңған хужабикәләре онотола барған милли ризыҡ - сәлпәк һәм баллы бауырһаҡ бешергән. Әйткәндәй, сәлпәк - ул өҫтөнә бал ҡойолған ҡамырҙан бешерелгән йәймә. Ул да сәк-сәк ҡамырынан әҙерләнә.

Һеҙҙең яҡтарҙа сәлпәк бешерәләрме? Был ризыҡты тәмләргә тура килгәне бармы? Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото: Рәмзиә Бәхтиеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. 

Юлыҡтар сәлпәк бешергән
Юлыҡтар сәлпәк бешергән
Юлыҡтар сәлпәк бешергән
Юлыҡтар сәлпәк бешергән
Юлыҡтар сәлпәк бешергән
Юлыҡтар сәлпәк бешергән
Юлыҡтар сәлпәк бешергән
Юлыҡтар сәлпәк бешергән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас