Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2023, 04:00

80 йәшлек Фәйзелғаян Ғималетдинов өҙә баҫа!

Ул Өфөлә үткән Халыҡ-ара форумда ҡунаҡтарҙы дәртле бейеү менән ҡаршыланы. 

80 йәшлек Фәйзелғаян Ғималетдинов өҙә баҫа!80 йәшлек Фәйзелғаян Ғималетдинов өҙә баҫа!
80 йәшлек Фәйзелғаян Ғималетдинов өҙә баҫа!

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында III Халыҡ-ара этнотуризм буйынса форум барыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бындағы фойеға килеп инеү менән байрам кәйефе тойола, йолаларыбыҙҙы һаҡлаусыларҙың булыуы күңелде йылыта.

III Халыҡ-ара этнотуризм буйынса форумға килгән ҡунаҡтарҙы Ишембайҙың сәнғәт оҫталары йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Райондан ун кеше килгән, уларҙың күпселеге - Ишәй ауылының “Хазина” фольклор төркөмөндә шөғөлләнеүселәр, шулай уҡ Кинйәбулат, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарының, милли мәҙәниәттәр үҙәгенең сәхнә оҫталары ла бар ине. Ҡунаҡтарҙы айырыуса 80 йәшлек Фәйзелғаян Ғималетдиновтың дәртле баҫып бейеүе һоҡландырҙы.

Тап ошондай йолаларыбыҙ, бейеүҙәребеҙ һәм башҡа милли мираҫ өлгөләре менән көслө булыуыбыҙҙы йәнә бер дәлилләне әлеге форум.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас