Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2023, 14:10

Өфөләрҙе ҙур тамаша көтә

Баш ҡалаға Донецк академия музыкаль-драма театры килә.

Өфөләрҙе ҙур тамаша көтәӨфөләрҙе ҙур тамаша көтә
Өфөләрҙе ҙур тамаша көтә

Улар 4 ноябрҙә Өфө “Нур” татар дәүләт театрында “Я Zнаю праVду!” спектаклен тәҡдим итә. Өфөнән тыш, тамаша 2-10 ноябрҙә Саранск, Ярославль, Тверь, Боровичи һәм Мурманск ҡалаларында күрһәтеләсәк.

"Я Zнаю праVду!” тамашаһы нигеҙендә “Донбасста һуғыш: халыҡ йылъяҙмаһы” китабының материалдары ята. Унда 2014-2017 йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр фонында ваҡиғаларҙы кисергәндәрҙең хәтирәләре тупланған. Спектаклгә шулай уҡ режиссер Алла Ульянова йыйған азат ителгән ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тарихтары индерелгән. Әҫәрҙең төп геройҙары – ысын кешеләр, Донецк Республикаһы халҡы, төрлө һөнәр вәкилдәре.

Гастролдәр Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы Росконцерт тарафынан ойошторола.

 

Фото:

Өфөләрҙе ҙур тамаша көтә
Өфөләрҙе ҙур тамаша көтә
Өфөләрҙе ҙур тамаша көтә
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас