

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 31 октябрҙә ике йыл тула. Ошо көндәрҙә уның тыуған ерендә – Ишембай районының Ҡолғона ауылында яҙыусыға арналған сара үтте.
“Халҡыбыҙҙың яратҡан улы, ХХ быуаттың икенсе яртыһында әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫып, ХХl быуаттың тәүге яртыһында башҡорттоң нәфис йылъяҙмаһын яҙыусы Ноғман Сөләймән улы Мусинға мәңгелек төйәге Ишембай районы Ҡолғона ауылында ҡыҙы Нурсилә һәм ейәндәре Флюр, Марат, Тимур мемориаль комплекс ҡуйҙылар. Яҙыусының китаптары, аҡ боланы һынландырылған хәтер ташынан яратҡан ауылы ус төбөндәгеләй күренеп ята... Әйткәндәй, ейәндәр олатайҙарына торошло. Рауил Бикбаевтың Артуры, Ноғман Мусиндың Тимуры олаталарының исемен мәңгеләштереү буйынса күп эшләйҙәр. Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!” – тип уртаҡлашты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың хәтер кисәһенә Башҡортостан яҙыусылар союзы, журналистар, яҡташтары, фән әһелдәре, туғандары йыйылған. Яҙыусы исемен йөрөткән Ҡолғона мәктәбендә, зыяратта, ауыл мәҙәниәт йортонда барлыҡ саралар ҙа Ноғман Мусин тормошо һәм ижады хаҡында хәтирәләре үрелеп бара.
Белешмә:
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙер Ишембай районы) Ҡолғона ауылында тыуған. 1937-1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында белем алыуын дауам итә. 1951 йылда ҡулына диплом алғас, Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. 1953 йылда армиянан ҡайтҡас, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, “Ағиҙел” журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, һуңынан “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.
Ноғман Мусина 2021 йылдың 31 октябрендә баҡыйлыҡҡа күсте.
Фото: /vk.com/zakiarslanovit