

Халыҡ йырына мәҙхиә булған "Ашҡаҙар моңдары" быйыл бөйөк халыҡ йыраусыһы Абдулла Солтанов иҫтәлегенә арнала. Конкурстың финал өлөшөнә 21 ҡатнашыусы сыҡты. Бөгөн тамаша залы уларҙың йөрәк моңдарына сорнала. Сара аҙағында еңеүселәрҙе бүләкләү көтөлә.
Тамаша башланыр алдынан проекттың авторы, етәксеһе, "Ашҡаҙар" радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова менән әңгәмәләштек. Ул конкурс тураһында тулыраҡ һөйләп ишеттерҙе (видео - гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә - vk.com/gazetabashkortostan).
Рәүилә Ғатауллина.
Автор видеоһы, фотолары.