

Сара “Урал батыр” эпосы буйынса Республика йәш сәсәндәр конкурсының 25 йыллығы сиктәрендә уҙғарыла.
Йәш сәсән-артистар үҙҙәренең көҙгө каникулын баш ҡала халҡына театрлаштырған тамаша ҡуйып һәм яратҡан Өфө буйлап сәйәхәттә уҙғарыуҙарына ифрат шат. Был юҫыҡта улар үҙҙәренең рәхмәтен ошондай файҙалы ла, күңелле лә сараны ойоштороусы Бөрән районы хакимиәте һәм Өфөләге Бөрйән яҡташтар берлегенә еткерә.
Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов ҡуйған тамаша күптәрҙең күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ!
Фотолар: “Аҡбуҙат” журналынан.