+21 °С
Болотло
Билдәле опера йырсыһы - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумының ҡунаҡтарын Башҡортостан стендын ҡарарға саҡыра.
Ул видеояҙмала республикабыҙ менән таныштырып, уның байлығы - тәбиғәте, ҡурайы, балы, кешеләре тураһында һөйләй. "Өфөгә әсәйем янына ҡайтһам, тыуған яғымдың һауаһын һулайым, ғәзиз кешеләремде күрәм, туған телемде ишетәм", - ти ул.