

Сираттағы командировкаға барғанда Йомағужа ауылы ир-егеттәренең гармунда өҙҙөрөп уйнауҙарына тап булдыҡ. Баҡтиһәң, ауылдың һәүәҫкәр гармунсылары тиҙҙән үтәсәк концертҡа әҙерләнә икән. Нурғәле Шаһиғәлин, Искәндәр Аҡҡужин, Илнур Илбахтин һәм Йомағәле Хәсәнов бала саҡтан ағайҙарынан күреп ҡулдарына гармун тотҡан, уйнарға өйрәнгән.
"Ауылда өй һайын гармунсы, барыһы ла үҙҙәре өйрәнеп уйнай", - тип тә хайран иттеләр әле гармунсылар. Әйҙәгеҙ, Йомағужа гармунсыларының көй-моңдарын тыңлап алыйыҡ.
Автор фотоһы һәм видеоһы.