Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Ноябрь 2023, 18:00

Арыһаң – һүрәт төшөр!

Күңел торошон ипкә килтереү өсөн сәнғәт, ижад дарыуҙан да көслөрәк тәьҫир итә. Уның өсөн нимә эшләргә кәрәк икән? Әйҙәгеҙ, белгестәрҙең кәңәштәрен ҡарап үтәйек.     

Арыһаң – һүрәт төшөр!Арыһаң – һүрәт төшөр!
Арыһаң – һүрәт төшөр!

Кешенең күңел торошо төрлөсә булып киткән саҡтар була. Психотерапевтар, әҙәм балаһының күңел халәтен ипкә килтереүгә дарыуҙан бигерәк... сәнғәт, ижад ярҙам итә, тигән фекерҙә. Бер ҡараһаң – илағың, икенсе ҡараһаң –  көлгөң килә йә сикһеҙ һағышҡа бирелеп, үҙ уйҙарыңа батһаң, ҡулыңа эш бармаһа, алдыңа төҫлө ҡәләм йә буяуҙар, балсыҡ һал да – алға, кисерештәреңде тәртипкә һалырға! Бына ҡайһы бер кәңәштәр.

Арыһаң – сәскә, ә һағыш тойғоһон баҫам тиһәң йәйғор төшөр.

Берәй ерең ауыртһа – һындар әүәлә.

Хәүеф тойғоһо кисерһәң – сепрәктән уралған ҡурсаҡ, борсолһаң – оригами эшлә.

Көсөргәнеш биләп алһа – биҙәктәр, төшөнкөлөк тойғоһо булһа – юлдар, тиҙ генә хәл йыйғың килһә – тәбиғәт күренештәрен һүрәт ит.

Үҙ-үҙеңде аңлай алмаһаң – автопортрет эшлә. Маҡсатыңа ирешкең килһә – селтәр менән сәпте төшөр.

 

Автор фотолары.

 

 

 

 

Арыһаң – һүрәт төшөр!
Арыһаң – һүрәт төшөр!
Арыһаң – һүрәт төшөр!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас