

Маҡсатым – әҙәбиәт мәңгелегендә һүҙемде ҡалдырыу, тигәйне бер әңгәмәһендә, яҙыусы, журналист, Милли әҙәбиәт музейы директоры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманова. Бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә лә, әҙәбиәтебеҙҙә лә лайыҡлы урын биләгән, исеме киң билдәле һәм үҙ фекере, тормошсан принциптары менән халыҡтың ышанысын да, мөхәббәтен дә яулаған әҙибәнең был изге хыялы өлөшләтә тормошҡа ашыуына иманым камил.
Был юҫыҡта, кисәге көн, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусының ижадын үҙ итеүселәр өсөн хәтерҙә мәңге ҡалыр көн булды – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Әҙәби осрашыу үтте. Осрашыуға әҙәбиәт белгестәре, гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, сит өлкәнән ҡунаҡтар, студенттар, хеҙмәттәштәре, артистар һәм яҙыусының балалары килгән ине. Тантананы Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов асты һәм Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙына барлыҡ яҙыусылар исеменән гөлләмә бүләк итеп, изге теләктәрен еткерҙе:
– XXI быуат башы әҙәбиәтен Миләүшә Ҡаһарманованың ижадынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Уның хикәйәләре булмаһа бөгөн беҙҙең әҙәбиәтебеҙ етемерәк булыр ине. Ә бит ҡайҙа ғына баҫылып сыҡмай Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙының әҫәрҙәре, интернет киңлектәрендә лә әүҙем баҫыла, күреүебеҙсә, уның ижадына халыҡ битараф түгел, бик күп йылы һүҙҙәр яҙалар. Был, әлбиттә, ижадсы булараҡ уның бик бәхетле булыуын һәм ижады халыҡҡа кәрәк булыуын һөйләй. Шәхсән үҙем уның “Бетерә шаршыһы” тигән китабын уҡығанда иланым. Бер хикәйәһендәге ҡатындың кисерештәренән, яҙмышынан шул тиклем тәьҫирләндем һәм был берлектә китап сығарырға этәргес булып торҙо. Һөҙөмтәлә “Вахта” һәм “Ҡошҡа әйләнермен мин” тигән повестарҙан торған уртаҡ китабыбыҙ донъя күрҙе. Бөгөнгө көндә Миләүшә апай республикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейын ең һыҙғанып етәкләй, күп әҫәрҙәр яҙыуынан тыш, бик күп саралар ҙа ойошторорға ваҡыт таба, шуға ла, һәр ваҡыт шулай тынғыһыҙ булып ҡалыуыңды теләйбеҙ! - тине ул.
Миләүшә Ҡаһарманова арыу ғына йылдар Сибай тарафтарында йәшәп ижад итә. Ул осорҙағы һәм бөгөн, уның шиғырҙарына һалынған йырҙары, тамаша сценарийҙары, күп ижади хеҙмәттәре киң йәмәғәтселектә көнүҙәк булып тора. Әйткәндәй, сараны үҙҙәренең йыр-моңдары һәм нәфис һүҙ менән Сибай концерт-таетр берекмәһенең етәксеһе Рәмил Туйсин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева, Башҡортостандың халыҡ артистары Лилиә Ишемйәрова, Римма Амангилдина, Милли музейҙың хеҙмәткәрҙәре башҡарған трио биҙәне.
Быйылғы йылда ғына яҙыусының өс китабы сыҡҡан. Бер ҡасан да әҫәрҙәремде Татарстанда баҫтырырмын тип уйламаған инем, тип уртаҡлашты яҙыусы үҙе. Әммә уның хикәйәләрен әҙибә Фәниә Ғәбиҙуллина уҡып ҡарағандан һуң оҡшатып, тәржемә итеп, беренсе тапҡыр “Сөйөмбикә” журналына ебәрә. Унан һуң “Ҡазан утлары” журналында баҫыла.
Бының хаҡта, сараға махсус килгән ҡунаҡ “Ҡазан утлары” журналының баш мөхәррире, редакция эсендәге нәшриәт етәксеһе Рөстәм Ғәлиуллин бәйән итте:
– Һуңғы бер йыл эсендә Башҡортостанда әҙәби донъя шул хәтлем йәнләнеп китте, яңы исемдәрҙе табыу буйынса ла, күренекле яҙыусыларҙы популярлаштырыу йәһәтенән дә, аҡһаҡалдарға иғтибар тураһында әйтеп тә тораһы түгел - быға бик һөйөнәбеҙ. Ғүмер буйы беҙҙең өсөн башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан әҙәбиәте алғы планда булды. Ә инде, Миләүшә Ҡаһарманованың хикәйәһе “Ҡазан утлары”нда баҫылырға килеп ятҡас беҙ ул хикәйәне ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ. Баҫылып сығыу менән уҡыусылар араһында иң яҡшы хикәйә булып танылды ла. Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы менән май айында “Китап байрамы”нда танышҡайныҡ, ә инде октябрь айына Ҡазанда уның китабын баҫтырып та сығарҙыҡ. Ул, бөгөнгө көндә Башҡорт халҡының ғына түгел, Бөтә төрки донъяһы әҙәбиәтенең алғы сафына инеп барыусыларҙың береһе!
Эйе, диндең милләте юҡ тигән кеүек, әҙәбиәттең дә милләте юҡ, тиҙәр... Был юҫыҡта заманыбыҙҙың үткер ҡәләмле әҙибәһе, әҙәбиәтебеҙҙең лайыҡлы яҙыусыһы Миләүшә Ҡаһарманованың ижады беҙҙе Төркиәт киңлектәрендә тағы ла юғарыраҡ бейеклектәргә күтәрер әле. Ә әле иһә, ул инде Башҡортостанда ғына түгел күрше төбәктәрҙә лә күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы. Китап уҡымайҙар, тигән зар менән йәшәгән бер көнөбөҙҙә, әҙәби осрашыуға тип килеп еткән үҙенең ихлас уҡыусылары менән, йәмғитебеҙҙәге иң уҡымлы китаптары менән Миләүшә Ҡаһарманова был аһ-зарҙарҙың киреһен иҫбатланы ла инде.
Автор фотолары.