Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Ноябрь 2023, 09:00

Бар яҡлап та уңған ул

Бөгөн коллегабыҙ Рәмилә Мусина үҙенең ғүмер байрамын билдәләй.

Бар яҡлап та уңған улБар яҡлап та уңған ул
Бар яҡлап та уңған ул

Бөгөн редакцияның иң өлгөр, иң ҡыйыу, иң эшсән журналистарының береһе - Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, "Башҡортостан" гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мөҡтәсип ҡыҙы Мусинаның тыуған көнө. Коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һәр шәхес аҡыҡ ынйы бөртөктәрен йыйғандай тыуған еренең матурлығын, үҙен уратып алған яҡындарының күңел йәмен, йылыһын йәненә һеңдереп үҫә. Был йәһәттән Рәмилә Мөҡтәсип ҡыҙы бик бәхетле кеше. Уның булмышында хозур Белорет яҡтарының ҡабатланмаҫ күркәмлеге балҡый, холҡонда - ғорур ҡаялар ныҡлығы, ҡанында данлыҡлы Ҡаһарман батыр тоҡомоноң илһөйәрлек ҡайнарлығы урғыла.

Хеҙмәт инешегеҙ тыуған яҡтарығыҙҙан урғылып, әле Өфө ҡалаһында дауам итә, иң абруйлы "Башҡортостан" гәзитендә эшләйһегеҙ. Республиканың һәр ҡала һәм районында булып, уның эшсән һәм уңған халҡы тураһындағы һүрәтләмәләрегеҙ, дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире булараҡ, илдә, республикала барған сәйәсәтте яҡтыртҡан аналитик мәҡәләләрегеҙ халыҡсан булыуы менән уҡыусыларҙы йәлеп итә.

Рәмилә Мусинаны редакцияла оҫта ойоштороусы булараҡ та яҡшы беләләр. Уның тырышлығы һәм башланғысы менән йыл һайын коллектив республиканың төрлө төбәгендәге мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында булырға ла, төрлө мәҙәни кисәләрҙә ҡатнашырға ла өлгөрә.

Ғаиләһендә лә бәхетле ул: тормош иптәше менән баһадирҙай ике ул үҫтерә, улар өсөн терәк һәм таяныс, йортоноң йәме, яҡындарының ҡот-мәғәнәһе. Шулай уҡ яҡташтары өсөн бар яҡлап ярҙам итергә атлығып торған ышаныслы райондаш та. 

Алдағы көндәрҙә лә илһам ҡошо һеҙҙе ташлап китмәһен, ижадтан йәм, тәм табып, янып-ярһып эшләгеҙ, Рәмилә Мөҡтәсип ҡыҙы!

Фото: Рәмилә Мусинаның "Бәйләнештә" ге сәхифәһенән

 

 

Бар яҡлап та уңған ул
Бар яҡлап та уңған ул
Бар яҡлап та уңған ул
Бар яҡлап та уңған ул
Бар яҡлап та уңған ул
Бар яҡлап та уңған ул
Бар яҡлап та уңған ул
Автор:Карима Усманова
Читайте нас