Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Ноябрь 2023, 18:00

Рөстәм Нәбиевтең ҡыҙы гран-при яулаған!

"Сикһеҙ ғорурланабыҙ!" тип яҙҙы атай социаль селтәрендәге сәхифәһендә. 

Рөстәм Нәбиевтең ҡыҙы гран-при яулаған!Рөстәм Нәбиевтең ҡыҙы гран-при яулаған!
Рөстәм Нәбиевтең ҡыҙы гран-при яулаған!

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә бер нисә матурлыҡ конкурсы үткән. Ҙур мода конкурсында билдәле блогер Рөстәм Нәбиевтең ҡыҙы София ла ҡатнашҡан.

"Софияның беренсе ҙур сығышы. Беҙҙең ҡыҙ тәүге тапҡыр шундай ҙур бәйгелә ҡатнаша. Өс көн сығыштар, репетициялар һәм юғары конкуренция. Мин ул йәштә, һис шикһеҙ, уның кеүек үҙемде ышаныслы тота алмаҫ инем, ә ул ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә гран-при ла алды! Сикһеҙ ғорурланабыҙ!"- тип яҙған Рөстәм Нәбиев үҙенең социаль селтәрендә.

Әминә лә күңелһеҙләнеп ултырмаған, нәнәһендә ял иткән. 

Афарин, София! Артабан да уңыштар!

Фото: Рөстәм Нәбиев

Автор:Карима Усманова
Читайте нас