Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Ноябрь 2023, 03:00

Һуғыш балаларының әсе яҙмышын ҡарағыҙ

Утлы йылдар шаһиттарының хәтирәләренә ҡоролған спектакль ҡуйыла.

Һуғыш балаларының әсе яҙмышын ҡарағыҙҺуғыш балаларының әсе яҙмышын ҡарағыҙ
Һуғыш балаларының әсе яҙмышын ҡарағыҙ

Сәхнә әҫәрен 14 ноябрҙә Өфөләге “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә “Табын” халыҡ ижады коллективы күрһәтә.

Спектаклдә ғүмерҙәренең иң ғәмһеҙ булырға тейеш мәле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән балаларҙың яҙмышы тураһында бәйән ителә. Ул йәмғиәттең иң нескә, ҡурсыуһыҙ вәкилдәренә ҡарата һуғыштың ни тиклем рәхимһеҙ, ғәҙелһеҙ булғанын күреп тетрәнергә мәжбүр итә. Бала иңдәре күтәрмәҫ ауырлыҡтарға дусар булып та, күңелдәрендә яҡты, матур киләсәккә ышаныс йөрөтөү уларҙы бирешмәҫкә, ныҡ булырға өйрәтә.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы, актер Илнур Лоҡманов, сценарийҙы ул “Атайсал” мәҙәни үҙәге методисы Айса Ейәнбаев менән бергә ижад иткән. Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова, яҡтыртыу буйынса рәссам – Эдуард Бәширов. Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең сайты аша алырға мөмкин. “Пушкин картаһы” менән дә алып була.

Сығанаҡ ,фото: vk.com/kulturarb

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас