Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Ноябрь 2023, 14:00

Рәшит Назаров яҙған хикәйә табылған

“Модель” хикәйәһенән өҙөктө автор үҙе “Шаян Амур һәм шуҡ Фортуна” циклынан тип атаған, тимәк, Рәшит Назаровтың тағы ла хикәйәләре булған. Асыҡланыуынса...

Рәшит Назаров яҙған хикәйә табылғанРәшит Назаров яҙған хикәйә табылған
Рәшит Назаров яҙған хикәйә табылған

Билдәле журналист, “Бәхетнамә” проекты етәксеһе Гөлназ Мортазина һөйөнөслө хәбәр менән бүлеште.

“Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн иҫ киткес шәп яңылыҡ бар: Рәшит Назаровтың хикәйәләр яҙылған ҡулъяҙмалары табылған. Был хаҡта Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итте, беҙ был темаға айырым телепрограмма  бағышланыҡ.

“Модель” хикәйәһенән бәләкәй генә өҙөк килтерәйек:

“Бөтәһе лә иҫ киткес гүзәл башланған ине. Ҡырҙа сәскәләр шатлыҡтарынан бейейҙәр, һандуғастар көн оҙон шундай дәртләнеп һайрайҙар... Ғәйниә үҙе лә минут һайын бейергә лә, йырларға ла әҙер ине, ләкин бүтәндәрҙән генә уңайһыҙланды... Шулай ҙа, леп-леп иткән шуҡ күбәләк кеүек бәхетле йылмайыу гел талпынып торҙо уның ирендәрендә. Ҡыҙ яҙғы ҡояш кеүек яҡты, яҙғы гөл кеүек нәфис, яҙғы таң кеүек илһамлы ине был көндәрҙә. Кинәт бөтә кешеләр уға иғтибар итә башланылар. Их, егеттәрҙең ялҡынлы-өмөтлө ҡараштарын күрһәгеҙ ине һеҙ! Һөйөү! Ябай ҡыҙҙы һөйөү фәрештәгә әүерелдәрә. Ғәйниә үҙен ете ҡат күк өҫтөндә итеп һиҙҙе...
Егете – Фәйзи исемле ине...”

“Модель” хикәйәһенән өҙөктө автор үҙе “Шаян Амур һәм шуҡ Фортуна” циклынан, тип атаған, тимәк, Рәшит Назаровтың тағы ла хикәйәләре булған.

Табыштың тарихы былайыраҡ: сентябрь айында БР Әҙбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре Гөлнур Ҡорманаева, Зөлфирә Ҡарағужиналар билдәле шағир, йәмәғәт эшмәкәре Әсхәл Әхмәт-Хужаның архивын музей фондына ҡабул иткән ваҡытта Рәшит Назаровҡа бәйле материалдарға, фотоларға, ҡулъяҙмаларға юлыҡҡан.

Уларға Әсхәл Әхмәт-Хужаның хәләл ефете Лүзә Сәхип ҡыҙы шағир тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткергән, мәҫәлән, әрме хеҙмәтенә юлланғанда уларҙың өйөнә килеп йоҡлауы, хаттар яҙыуы тураһында һөйләгән. Был сәйәхәттән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, Лүзә Әхмәтхужина хаттарҙы Әсхәл ағайҙың туғаны – билдәле шәхес, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар ағай Ғәбитовҡа биреп тороуы хаҡында әйткән.

Бер-нисә йыл элек Илдар ағай шул материалдарға таянып “Йәшлек” газетаһында ҡыҙыҡлы йөкмәткеле мәҡәлә менән сығыш яһаған. Ҡалған хаттарҙы Илдар Миҙхәт улы һәм Әсхәл Әхмәт-Хужаның улы Азамат ағай тиҙҙән Рәшит Назаровтың тыуған ауылында музей фондына тапшырысаҡ.
Әлеге ваҡытта музейҙа шәхескә бәйле экспонаттар, атап әйткәндә, ҡулъяҙмаһы, машинкала баҫылған китап варианты, фотолары, хаттары – эпистоляр ижад өлгөһө һаҡлана”, - тип яҙа Гөлназ Мортазина.

Фотолар БР Әҙбиәт музейы архивынан.

 

Рәшит Назаров яҙған хикәйә табылған
Рәшит Назаров яҙған хикәйә табылған
Рәшит Назаров яҙған хикәйә табылған
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас