Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2023, 17:00

Гөлназ Асаева иренә ниндәй ультиматум ҡуйған?

Ямғырҙа һыуланып, такси көтөп, уныһы кәрәкле урынға алып бармағас...

Гөлназ Асаева иренә ниндәй ультиматум ҡуйған?Гөлназ Асаева иренә ниндәй ультиматум ҡуйған?
Гөлназ Асаева иренә ниндәй ультиматум ҡуйған?

Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йәш йырсы Гөлназ Асаева үҙенең шәхси тормошо менән социаль селтәрҙәге дуҫтарын даими таныштырып бара. Был көндәрҙә ул иренә социаль селтәр аша үҙенә автомобиль алып биреүен һораған. Ә хәл былайыраҡ булған.

Ямғыр аҫтында Гөлназ һыуланып такси көткән, уныһы кәрәкле урынға алып бармаған. Йырсы үҙҙәренең ғаилә автомобилен файҙаланыр инем, минивен уға йөрөтөргә ауырыраҡ, тип белдергән. Һәм социаль селтәрҙә Вилданға ҡарата үҙ дәғүәһен белдергән.

"Мин шул тиклем асыулы. Үтәнән-үтә һыуландым. Был минивенды мин йөрөтә алмайым, сөнки ул ҙур. Ҡыҫҡаһы, Вилданға хәҙер һайлау мөмкинлеге бар -  минивенды ҡәҙимге машинаға алмаштыра йәки миңә яңы автомобиль һатып ала. Башҡаса мин булдыра аламйым", - тигән Гөлназ Асаева.

Йырсының теләге үтәлерме - әлегә билдәһеҙ...

Фото һәм сығанаҡ: mybashkortostan.ru

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас