Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2023, 12:00

Линар Белый ғаилә ҡорған

Был матур яңылығы менән йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

Линар Белый ғаилә ҡорғанЛинар Белый ғаилә ҡорған
Линар Белый ғаилә ҡорған

Танылған башҡорт йырсыһы Линар Белый кәләш алған. Бәхетле кәләштең исеме – Айһылыу Вәлиева. Был матур яңылығы менән Линар социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. “Аллаға шөкөр! Беҙ ғаилә ҡорҙоҡ”, - тип яҙҙы ул.

Линар Вәлиев Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тыуған. Шунда беренсе класҡа  уҡырға барған. Линарға 9-10 йәш булғанда улар Бөрйәнгә – әсәһенең тыуған ауылы Мәҡсүткә күскән.

Сәнғәт донъяһына ул Линар Белый булараҡ килеп инде. “Белый” исемен алыуын былай тип аңлата: “Барыһы ла аҡ биттән башлана, тиҙәр бит, шунан алынған һүҙ. Йәғни аҡ биттән башланған ижад”.

Ә бөгөн йырсы ап-аҡ биттән яңы статустағы тормошон башлай. Йәштәргә аҡ бәхеттәр, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ! Һөйөүегеҙҙе һаҡлап, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп йәшәгеҙ!

Фотолар: vk.com/linarwhite?ysclid=lozftsfjpv547379743 (Линар Белыйҙың сәхифәһенән).

Линар Белый ғаилә ҡорған
Линар Белый ғаилә ҡорған
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас