

Билдәле музыкант Зәйнетдин ҡыҙы тураһында матур яҙмаһы менән уртаҡлашты.
"Ике ай элек мин атай булдым. Ҡыҙымдың исеме - Айлин. Ҡыҙым илай башлаһа, үҙемдең бала сағыма бәйле тарих иҫкә төшә. Атайым артист булырға хыялланған. Ул мине һәр кистә ҡурай моңо аҫтында йоҡлатҡан. Илаһам да ҡурай уйнаған. Бала сағымда мине һәр ваҡыт музыка оҙатып барҙы. Бик күп йылдар үтте һәм мин атайымдың хыялын тормошҡа ашырҙым. Концерттар, гастролдәр, үҙемдең этно-шоу...
Хәҙер инде ҡыҙым илаһа, мин ҡулыма ҡурай алам һәм был моң уны тынысландыра. Мин уның кем булырын белмәйем, әммә уға иң яҡшы сифаттарҙы бирергә теләйем", - тине Зәйнетдин ҡыҙы тураһындағы яҙмала.
Бәләкәскә - һаулыҡ, йәш атай менән әсәйгә бәхет-шатлыҡтарға тулы матур ғүмер теләйбеҙ.
Фото: Зәйнетдин төшөргән видеояҙманан скриншот.