Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ноябрь 2023, 02:00

Сибай ҡыҙы гран-при яуланы!

Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында оло еңеүгә лайыҡ булды

Сибай ҡыҙы гран-при яуланы!Сибай ҡыҙы гран-при яуланы!
Сибай ҡыҙы гран-при яуланы!

Һиндостанда «Мисс Азия-2023» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Азияның һылыуҡайҙар конкурсында  Ҡытай, Корея, Япония, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Төркиә, Шри-Ланка, Индонезия һәм башҡа илдәрҙән ҡыҙҙар ҡатнашты. Башҡортостан исеменән «Мисс Башҡортостан -2023» һәм "1-се вице-Мисс Азия-Себер" еңеүсеһе Илүзә Иҫәндәүләтова сығыш яһаны. Ҡыҙға 22 йәш, Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.

Һиндостандан шатлыҡлы хәбәр килде: Сибай ҡыҙы «Мисс Азия-2023» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында гран-при яулаған! "1-се вице-Мисс Азия — Непал, 2-се вице-Мисс Азия — Берләшкән Ғәрәп Эмираттарынан, 3-сө вице Мисс Азия — Таиланд һылауҙары яулаған.

Илүзәне оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас