Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ноябрь 2023, 11:45

Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай

Йәш таланттарҙы "Елкән" телевизион проекты финалында күрербеҙ.

Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһайЙәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай
Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай

12 йәш музыкант дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге республика дәүләт оркестрына ҡушылып сығыш яһарға йыйына.

25 ноябрҙә башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусылар араһындағы III "Елкән" телевизион конкурсының финалы һәм гала-концерты була. Сара "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтә. Финалсылар дүрт – фортепиано, тынлы ҡоралдар, скрипка һәм халыҡ музыка ҡоралдары – номинацияларында сығыш яһай. Конкурста, танылған әҫәрҙәр менән бер рәттән, замандаш композиторҙар Р. Хәсәнов, У. Иҙелбаев, И. Хисаметдинов, Ә. Хәбироваларҙың яңы яҙылған әҫәрҙәрен дә тыңларға мөмкин ине. Алдағы өс турҙа балалар З. Исмәғилев, Н. Дауытов, Р. Ҡасимов пьесаларын айырыуса яратып башҡарған. 

"Елкән" телеконкурсы - "Тамыр" каналының проекты. Ул БР Мәҙәниәт министрлығы булышлығында "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы барлыҡҡа килде. Быйылғы конкурс Рәсәйҙәге уҡытыусы һәм остаз йылына бағышлана. Конкурстың һайлап алыу турына 136 ғариза бирелеп, шуларҙың 47-һе конкурсҡа инә.

"Елкән"де ай буйына ял көнө БЮТ һәм "Тамыр" каналдарында ҡарап барыу мөмкин ине. Йәш музыканттарҙың сығышын абруйлы жюри ағзалары баһаланы. 

Концертҡа бушлай инергә мөмкин. Шулай уҡ ул БЮТ каналында тура эфирҙа күрһәтелә. Киске сәғәт 6-ла башлана. 

Фото: "Башинформ" агентлығы. 

Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай
Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай
Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай
Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай
Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай
Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай
Йәш музыканттар оркестр менән сығыш яһай
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас