

“Әсәй! Әсәкәйем! Һин ниңә ҡайтмаһың? Ҡайһылай һағындым мин үҙеңде!
Башҡа ҡыҙҙар әсәләре менән ҡайҙа барһалар ҙа бергә йөрөйҙәр.
Минең атайым да юҡ, әсәйем дә юҡ. Рәмзиә апай бөгөн резина итегемде нисек систереп алыр икән? Ныҡ ҡыҫа шул. Ҡар кисеп барғанда ҡата ла ҡуя. Рәхмәт инде уҡытыусы апайға. Өләсәйем саҡ кейҙереп ебәрә ул. Ярай, сисеүен сисһәк, партаға аяҡтарымды бөкләп ултырып алырмын әле. Эй, шул Әнәстең аҡ йомшаҡ быймаһына күҙем ҡыҙа бит!.. Уға сисергә лә кәрәк түгел. Аяҡтары йылыла ғына килә, йылыла ғына ҡайта шул. Их!.. Атайым да, әсәйем дә бергә йәшәһәләрсе... Минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине... Атайым ауырып үлеп ҡалған Өфө больницында. Әсәйем Әшрәф бабай менән йәшәп алып китте. Беҙгә ҡайтҡаны ла юҡ... Өләсәйем теккән көпө лә бәләкәсәйҙе. Еңдәре ҡыҫҡа, тар. Өләсәй бер ҙә буш тормай. Үҙенең 3 улы, 2 ҡыҙы бар минән башҡа. Рәхмәт инде, туғандарым тартып ҡына тора. Ярай, йоҡларға ятайым әле. Иртәгә мәктәпкә барырға кәрәк...”
Әсәһен юҡһынған Сара көн дә ошондай ауыр уйҙарға бирелеп, һуң ғына йоҡлап китә. 4 класты ла тамамлай инде. Үҙ әсәһе килеп бер хәлен белһәсе... Унан башҡа ла хәҙер әсәһенең башҡа атанан 4 балаһы бар. Сара төшөнкөлөккә бирелмәйәсәк! Ул яҡшы уҡып сығыр, кәрәкле һөнәр алыр, матур донъя ҡорор. Тыуҙырған балаһын бер ваҡытта ла “Әсәй” тигән тылсымлы һүҙҙе әйтеүҙән мәхрүм итмәйәсәк!.. Итмәйәсәк!..
-Тор инде, ҡыҙым! Ана, ағай-апайҙарың уянды ла инде. Йә, ашай һалып алығыҙ ҙа мәктәбегеҙгә йүгерегеҙ". – Өләсәһе ейәнсәренә мөмкин тиклем әсә йылыһы татытырға тырышты. Яҡшы уҡыны Сара. Уҡытыусылары ла маҡтап ҡына торҙо. Өй эштәрен ентекләп әҙерләне. Һәр тапшырылған эште намыҫ менән башҡарҙы. Бер көндө ул дәрескә башҡа класташтарынан иртәрәк килде. Оло шатлығы бар уның. Өләсәһе Мәғнит баҙарынан быйма алып ҡайтты. Аҡ ҡына! Әнәстеке кеүек кенә! Ярай, береһе лә тишек икәнен һиҙмәҫ. Алып ҡайтҡас та өләсәһе ямай һалып бирҙе. Хәҙер аяҡтары ла өшөмәҫ!!! Иптәш ҡыҙҙары ла Сараның быймаһын маҡтанылар, уның менән бергә ҡыуандылар. Ҡыҙҙың бар ҡурҡҡаны – ямауҙы ғына күреп ҡалмаһындар!.. Күршеләргә лә быймаһын кейеп инеп сыҡты ул, бар урам белде уның был ҡыуанысын! Бары тик әсәһе генә күренмәне лә, ҡыҙыҡһынманы ла ҡыҙғынаһының хәлдәре тураһында... Кейем дә алып бирмәне, ашханала туҡланыуға аҡса ла бүлмәне. Әсәйле тип иҫәпләнгәнгә, әсәһенең эш хаҡы юғары тип күрһәтелгәнгә, Сара түләүһеҙ ашарға хоҡуҡлылар иҫәбенә индерелмәне. Өләсәһе тегеп биргән көпөнөң дә еңдәре ҡыҫҡарҙы, тарайҙы...
5-се класҡа күрше ауылға уҡырға барырға кәрәк. Өҫтә яңы кейем юҡ. Интернатҡа урынлаштырасаҡтар. Башҡалар араһында алама ғына кейенеп йөрөргә тура киләсәк. Был ҡаршылыҡтар алдында ла бирешмәйәсәк Сара! Алда уның маҡсаты бар! Тормош һынауҙарын барыбер еңәсәк, бәхетле буласаҡ! Өләсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ! Әсәһе хаҡында ишетә килде ҡыҙ. Үҙен барып күрергә уйлап та киткән саҡтары булды. Һаман тыйыла килде. Әсә кеше балаһын ташлап киткәс, бик яуыздыр тигән уй ҙа йөрөнө Уның күргеһе килмәгәс, Сара ла бармаясаҡ!.. Һауынсы булып эшләгән әсәһен хатта депутат итеп тә үрләттеләр. Депутатҡа тәүге балаһы кәрәкмәне лә...
Шулай үҙ тырышлығы менән 6 класты ла тамамланы ҡыҙ. Сибәр булып үҫте. Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ ҡына һылыу ҡыҙға күҙ атыусылар ҙа байтаҡ ине. Класташы Йәлил бигерәк ныҡыш булып сыҡты. Ҡыҙҙы ҡайҙа осратһа ла һүҙ ҡушмайынса үтмәй:
-Мин һине барыбер кәләш итеп аласаҡмын! Башҡа берәүгә лә бирмәйәсәкмен!
-Минең матур кейемдәрем дә юҡ бит. Ҡупшы итеп кейенеп йөрөгән минән башҡа ҡыҙҙар ҙа күп тә баһа.
-Миңә тик һин генә кәрәк! Һин минең буласаҡ кәләш!!!
Шулай йәбешкәк дегәнәк кеүек, береһен дә Сараға яҡынлатманы Йәлил. Үҙе лә етем ине. Әллә ниңә етем Сараны оҡшатты ул. Йәлләне лә микән әҙерәк... Аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән күҙҙәрендә күпме миһырбанлыҡ сағыла ҡыҙҙың. Егеттең яҡлағыһы ла килә, тормош юлдашы итеп күргеһе лә килә уны... Йәлилдең таяныр кешеһе юҡ шул, шуға кемгәлер кәрәкле булғыһы килеп китә. Улар ҙа киләсәктә етемлектән арынырҙар, үҙ ояларын ҡорорҙар, үҙ ҡошсоҡтарын бағырҙар. Балаларын етемлеккә дусар итмәҫтәр...
Сара 7-се класҡа барҙы. Рәхмәт төшкөрө, директор Ғабдулла Әкрәм улы ярҙамында уға оҙон көпө һатып алып бирҙеләр. Билбауын быуып тороп ебәргәйне, нескә билдәренә килеште лә ҡуйҙы. Их, бәхеттең етенсе ҡатына күтәрелгәйне бит шул мәлдә Сара! Әсәйле, атайлы ҡыҙҙар кеүек, хәҙер уның да матур кейеме бар! Иптәштәре алдында ла, урамға сыҡҡанда ла. Бушлай ашауға эләкмәне ул. Ҡағыҙҙа яҡшы эш хаҡы алған әсәһе бар тип күрһәтелгән шул. Иртәле-кисле ҡарауылсылар мейес яға. Зәңгәр төҫтәге кәстрүлен шул арала плитәгә ултыртып бәрәңге, вермишель бешереп ашай. 5-8-се класҡа тиклем шул рәүешле туҡланып йөрөнө.
7-се класты тамамлағас, уларҙы яланға бесән йыйҙырырға алып барҙылар. Урыҫ ауылдарын үтә-үтә, тәғәйен сабынлыҡҡа килеп туҡтайҙар. Ҡуна ятып эшләйҙәр. Эш тә бара, тәбиғәт ҡосағында саф һауа һулап, ҡоштар моңо тыңлап, күңел дә ял ала. Бер көндө үҙҙәренең ауылынан учетчик булып эшләгән Йәлил килеп төштө. “Сара, әйҙә, машинаға ултыр. Һин һауынсы булып эшләргә ҡайтып тор ауылға”, – тип ҡыҙҙы алып та китте. Сара теләп риза булды. Яңы уҡыу йылына исмаһам кейенерлек аҡса ла эшләй алыр.
21 һыйырҙы ҡул менән һауа ул. Йәйләүҙә үтә йәйге каникулы. Ни тиклем арыһа ла, бирешмәй. Ауылдан өләсәһе бешереп ҡуйған икмәкте ҡайта һалып ала ла тағы үҙ эшенә тотона. Табала киндер ҡурып ашай, һөт эсә. Бер мәлде ҡаланан концерт килтереп ҡуйҙылар. Һауынсылар ҙа ҡарарға барҙы. Ҡайтҡанда Йәлил уны башҡаларҙан айырып алып ҡалды. Һөйөүен асып һалды. Сара бик уңайһыҙланды. Егет тойғоларына баш була алмай, сибек ҡыҙҙы ағас төбөнә йыҡты...
Шул көндән һуң ҡыҙ уның менән осрашыуҙан ҡасты. Клубҡа сығыр әмәл юҡ: Йәлил тотоп алып ҡала. Класташ ҡыҙы төнөн килеп ингән бер саҡ: “Һине Йәлил сығырға ҡуша. Минән һине сығарттырыр өсөн бөгөн велосипедта йөрөргә өйрәтте. Әйҙә, сыҡ инде”, – тип инәлде. Ағалары өй һалып башҡа йәшәргә сыҡҡайны. Шунан файҙаланып, Йәлил Сараны сығара алмағас, ишектәрен тыштан бикләп китте. Сәхәр эсергә торған өләсәһе тышҡа сыға алмай аҙапланды. “Төлкө башың ишекте терәтеп киткән”, – тип асыуланды ул. Шул йылды Йәлил армия сафына алынды. Сара йөклө икәнен бер кемгә лә әйтмәне. Аҙаҡтан класс етәксеһенә асылырға мәжбүр булды. Өләсәһе табиптар аша ҡыҙҙы йөгөнән ҡотолдортто. Йәлил отпускыға ҡайтҡанда ижәп уҡыттылар. Йәтим ҡыҙ ҡайҙа барһын инде - яҙмышына күнде... Күршеләре бергә уҡыған Зәлиәләргә инеп, итеген һорап алып тора ла урамда йөрөп ингән була. Уның әсәһе һатыусы булғас, хәлле йәшәнеләр. Мәрзиә класташы үҙе менән бергә индереп, мәктәп ашханаһында ашатҡылап та сығара ине. Өләсәһенән отҡан йыр ҙа әллә тик уға ғына арнап сығарылған инде:
Ҡайын ҡаты, ҡайын ҡаты,
Ҡайын ауҙара алмайым.
Ҡайҙа барһам, ҡайғым бара –
Ҡайғынан уҙа алмайым...
Армиянан ҡайтҡас, Йәлил Сараларға килмәй йөрөнө. Апаһы: “Хәйерсене алмайһың!” – тип бойорған икән. Нисектер, йәштәр аулаҡта бер осрашып, апаһы бергә йәшәргә барыбер ҡаршылыҡ итер тип, ҡырҙа йәшәп ҡарарға һүҙ ҡуйыштылар. Йәлил Тажикстан яғына эшкә сығып китте. Барып урынлашҡас, адресын, барыр юлды өйрәтеп Сараға хат яҙҙы. Өләсәһе ейәнсәрен ебәрергә теләмәй. Хәйретдин бабаһы ла: “Ул яҡты маҡтап һөйләмәйҙәр. Һин сибәрһең, урлап ҡуймаһындар”, – тип иҫкәртте. Сара өй беренсә йөрөп тамаҡ туйҙыра килде. Ҡыуып сығарғандар ҙа осраны. Ире эргәһенә китер өсөн сумаҙан, күстәнәс әҙерләне. Сара туғандары менән хушлашып, юлға сыҡты. Ағаһының ҡәйнеше Өфөлә ҡаршы алды. Бер аҙна буйы билет көттөләр әле. Ҡоҙа тейеш кеше поезға ултыртып ебәрҙе. Беренсе вагон пассажирҙар менән бик тиҙ тулды. Сара икенсе вагонға эләкте. Улар тәүҙә бишәү булдылар. Уның менән бергә бер азербайжан, үзбәк ултырҙы. Ике башҡорт ире лә улар вагонына тура килде. Ҡыҙ артына бер летчик тура килде, яйлап сибәркәйгә һүҙ ҡушҡылап ала. Бара-килә был ир үтә әрһеҙләнеп: “Беҙ һуң барып етәсәкбеҙ. Ҡунаҡханала урын булмай. Әгәр минең менән ҡалһаң, урынлаштырырмын һине лә”, – тине. Теге ике башҡорт ире хәлде аңлап алдылар ҙа станцияла ҡыҙҙы үҙҙәре алдына төшөрөп, бергә алып сыҡтылар. Күмәкләп вокзалға йүнәлделәр. Ултырырға урын да юҡ. Теге ике ир Сараны ашарға ла бирҙе. Шулай бергәләп таң аттырҙылар. Былар артистар икән, Ҡаҙағстанға гастролгә китеп барыуҙары. Ҡыҙға билет алып бирештеләр. Бер яҡҡа барыусы ирле-ҡатынлыларға Сараға күҙ-ҡолаҡ булып барырға ҡуштылар. Йәлилгә шундай рейс менән киләм, тип телеграмма ла һуҡтылар.
...Йәлил кәләшен ҡаршыларға килмәне. Почта бик насар йөрөй икән. Вокзалда “УАЗ”-икта бер ир генә ултыра ине. Сараның ҡайҙа барғанын һорашты ла: “5 һумың булһа, хәҙер алып барып ҡуям”, – тине. Сара ризалашып, уның менән иренең туғандарына барып төштө. Йәлил өсөнсө көнөнә саҡ килде. Тәүҙә ятаҡта торҙолар. Сара штукатур-маляр булып эш башланы. Ире балта оҫтаһы, эштән һуң да ҡалымға йөрөй. Тәүге йылда мотоцикл алып ебәрҙеләр. Икенсе йылына Йәлил баянлы булды, үҙаллы уйнарға өйрәнде. Вәт, моңло икән ирем, тип ҡыуанды йәш кәләш. Ҡуртымға фатир алып айырым йәшәй башланылар. Ауылдаш ике ҡыҙҙы ла йәшәттеләр үҙҙәре менән бергә.
Сара икенсегә ауырға ҡалғанына бик ҡыуанды. Тәүге сабыйын ҡулына алырға яҙманы бит. Ээй, ул саҡта үҙе лә бала ғына ине шул. Йәлил маҡсатына иреште. Юҡ! Был баламдың ғүмерен бер кемдән дә ҡыйҙырмам!.. Лебер-лебер типкеләп, үҙ барлығын белдергән йән эйәһен туғыҙ ай буйы ҙур теләк менән күтәрҙе буласаҡ әсә. Йәлил дә атай буласағын уйлап бик шатлана ине. Кәләшен хәстәрлегенән өҙмәне. Сара бала табыр алдынан бирелгән ялға сыҡҡас, иренең ашарына төрлө ризыҡтар әҙерләне. Күңел йылыһын ҡушып бешергәс, аш-һыуы ла уңып сыҡты.
Бер таңда һул яҡ бил тирәһенең әсетеп-әсетеп ауыртыуына уянып китте ҡатын. Ауыртыу туҡтап тора ла тағы тота башлай. Тулғағы башланыуын аңлағас, ипләп кенә ирен уятып, “Ашығыс ярҙам” саҡырыуҙы үтенде. Йәлил ҡатынын һаҡлыҡ менән ҡосағына алды ла: “Түҙ, йөрәккәйем. Хәҙер саҡырам. Барыһы ла яҡшы булыр”, – тине. Шәфҡәт туташтары килеп тә инделәр Сараны йәһәт машинаға алып сыҡтылар. Йәлил дә Сара янына ултырып барҙы. Ҡатынының ҡулын ныҡ итеп тотоп алғайны ул, әйтерһең, үҙен тулғаҡ тота. Йәлил коридорҙа ҡалды, ә Сараны эске бүлмәгә алып индереп киттеләр. Йәлил, бар сабырлығын йыйып, тик яҡшы уйҙарға бирелеп, кәләше менән тыуасаҡ сабыйын көттө. “Һөйөнсө, атай кеше! Ҡыҙың тыуҙы!” – тигән хәбәргә айнып китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ырғып килеп торҙо ла яҡшы хәбәр килтергән аҡ халатлы сибәркәйҙе ҡосаҡлап алды. “Рәхмәт! Бик көткәйнем был минуттарҙы!” – тип йылмайҙы.
Был көндө эшенә лә өлгөрҙө Йәлил. Йүгереп йөрөп эшләне. “Атай булыуҙары үҙе бер абруй икән! Икенсеһе мотлаҡ малай булыр, Алла бирһә! Үҙебеҙ атай-әсәйһеҙ үҫтек. Балаларым йәтим булмаҫтар”, – тип яҡты хыял диңгеҙендә йөҙҙө йәш атай. Көн һайын ҡатыны менән ҡыҙына дауаханаға ашыҡты. Күп тә тормай уларҙы өйҙәренә ҡайтарҙылар. Бәләкәс кенә ҡыҙсыҡты Йәлил яратып туйманы. Нескә ҡулдарын тотоп ҡараны, сабый еҫе тәмен тойҙо ул. Мулла саҡыртып, аҙан әйттереп, Илүзә тип исем ҡуштылар. Шулай итеп, бала тауышлы тулы тормоштары башланды. Эшенән һағынып ҡайтты, эшенә китер саҡта ла бәпесен һөйөп-һөйөп туйманы.
Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ире бер иптәше менән яңы ишектәр һатып тотолдо. Милиция эҙәрлекләй башланы. Бер көн эштән ҡайтты ла ире: “Сара, һеҙ ҡалып тороғоҙ. Донъялар тынысланғансы мин Башҡортостанға ҡайтып киләйем”, – тип хәбәр һалды. Милиционерҙар ирен тәүҙә йыш һорап килде, ирең ҡайтһа, әйтерһең, тип иҫкәртте. Аҙаҡ тынғыһыҙлауҙарын һирәгәйттеләр.
Илүзә көндән-көн һөнәрҙәрен арттыра, ҡошсоҡтай талпына. Ҡарап ҡына торор кәрәк. Оҙаҡламай Йәлил дә кире әйләнеп ҡайтты. Балаһына ете ай тигәндә Сара эшкә сыҡты. Илүзәне балалар баҡсаһына урынлаштырҙылар. Йәш әсәгә еңел эше лә табылды. Табельщица була ул тәүҙә.
Әҙерәк тормоштары рәтләнгәс, бер аҙ аҡса туплап, ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтты. Ире черчение, химия уҡытыусыһы булып эш башланы. Күнәкләп һыу ташығанда апаһы осрап: “Алъяпҡыс ҡына тағаһы ҡалған үҙеңә”, – тип оялтып киткән. Ҡабат ире һыуға бармаҫ булды. Уҡытырға килгән йәш ҡыҙҙар менән сыуала башланы.
Ике умартанан дүртәүгә әйләнә бал ҡорттары. Сара бер үҙе картуф ултырта, бер үҙе ташый. Ире эше күплегенә һылтанып, ҡайҙалыр олаға. Тиктомалдан ҡатынын ят ирҙәрҙән көнләй башланы. Яңы күлдәк кейһә, кемгә оҡшарға тырышаһың, тип йыртып ырғытҡылай. Ҡунаҡтан ҡайтҡас, һыу эскеһеҙ итеп туҡмай ине. Түҙҙе Сара. Бала хаҡына тештәрен ҡымтып түҙҙе. Айырылырға уйлама тип, үлтереү менән янаны ир кеше.
Йәлилдең ағаһын ферма мөдире итеп ҡуйҙылар. Ул бер көндө өйҙәренә килеп Сараға бер аҙна һыйыр һауып торорға ҡушты. Был мәлдә Йәлил уҡыусылары менән экскурсияға киткәйне. Ҡыҙын өләсәһе ҡарап торҙо. Әйләнеп ҡайтыуына ҡатынының һыйыр һауырға сығыуын ишетә лә Йәлил уны туҡмап алып ҡайта. Үҙенең рөхсәтенән тыш, үҙ белдеге менән эш итеүен яратманы. Артына әйләндереп атлатып, әгәр эләгеп йығыла икән, туҡмай-туҡмай ҡыуҙы. Шулай биш саҡрым араны мәсхәрәләп алып ҡайтты. Түгелеп-түгелеп иланы Сара был көндө. Ташлап киткән әсәһен дә, юлында осраған ирен дә үҙенсә ҡарғаны. Иренең бәйеле аҙғандан-аҙа барҙы. Өләсәһенә ҡасып ҡайтһа, сығарып алып туҡмай торғайны. Өләсәһе: “Төрмәгә ултыртам!” – тип ҡурҡытһа ла ҡатынын йәберләүҙән туҡтамаҫ булды. Ғәфү үтенә лә ул, яңынан йоҙроғона йәбешә. Балалары ишетмәһен тип, шым ғына үкһеп илай ине зарлы әсә. Эстән генә көйләп, күңелен баҫҡан була:
Ян, йөрәгем, ян, йөрәгем,
Ян, йөрәгем –– сыҙармын.
Төрлө хәсрәт күлдәренән
Тулҡын булып сығармын.
“Туҡмалып илаһам да йырлармын", – тип үҙен гел йыуатты Сараҡай.
Шулай йәшәй килә, яңы өй һалып сыҡтылар. Донъяға, балаларға әүрәп, иренең өҫкө ҡатта һөйәрҙәре менән типтереп ятҡанын да аңғарманы Сара. “Иҫле-иҫһеҙ был киленегеҙ, күпме ҡыуһағыҙ ҙа ҡайтмай”, – тип әйткәнен ишетә иренең өләсәһенә килгән әхирәте һүҙҙәрен. Балалар тыныслығы барыһынан да ҡәҙерлерәк. Улы илап ҡайтып ингәнгә аптырап китә әсә. “Ни булды, балам? Ниңә илайһың?” – тип һорай һалды. “Ҡортсолоҡта ике улы менән бер ҡатын йәшәп ята. Атайым да улар менән. Теге малайҙар күҙемә әллә нисәү булып күренәләр”, – тип һыҡтай балаһы. “Ярай, улым, илама. Атайың шулай теләгәс, бер нәмә лә эшләп булмай. Тыныслан, балам. Бар, иптәштәрең менән уйнап кил, йәме,” – тип, үҙенсә әүрәтеп, урамға сығарып ебәрҙе йәнкиҫәген.
Бер көндө ире енләнеп ҡайтып инде лә: “Өс көн эсендә сығып китмәһәң, үҙеңә ҡарап үпкәлә! Малдарҙы һатаңмы, ни эшләтһәң дә эшләт, китә һал!” – тине ярһып. Сара сарбайламай, яйлап ҡына төрнәнә башланы. “Наҙан! Һыҡыра! Ҡайҙа бараһың инде?!” – тип һүгенә-һүгенә әйберҙәрен тейәште Йәлил. Ҡатыны бәйләгән йылы носкиһын һалып алмаһын тип, аяғына кейеп алды.
Сара ҡалала йәшәгән ике туған һеңлеһенә барып һыйынды. Бер яҡтан ҡатындың ошондай тынысһыҙ тормоштан ҡотолғоһо ла килде. Күпме йәберһетелеп йәшәргә мөмкин!.. Түҙер Сара! Бөгөлөп төшмәҫ!.. Былай ҙа һынауҙарҙан игәлә килеп, шымарып бөткән бит... Уның менән 21 йыл йәшәп, 21 көнөм тыныс үтмәне. Юҡ, бер сығып киткәс, кире боролмаясаҡ! Ныҡ булырға!!! Ысҡынды Сара күңел иркенлегенә... Йырып сығыр, барыһы ла яҡшы булыр. Бер училищеға йыйыштырыусы булып эшкә урынлашты. Айырым бүлмә бирҙеләр. Балалары бер ай ауылда өләсәләрендә йәшәп торҙо.
Яңы коллективында Сараның эшсән икәнлеген шунда уҡ һиҙҙеләр. Йәшәгән бүлмәһен дә матурлап буяп алды. Балаларын интернатҡа уҡыуға урынлаштырҙы. Шунда йәшәп уҡып ятһалар ҙа була тигәйнеләр. Риза булманы. Әсәләре иҫән саҡта, ситтә йөрөмәҫтәр инде! Ҡошсоҡтары янында ғына гөрләшһен. Сара матур итеп йәшәп алып китте ул-ҡыҙҙары менән .
Килде ире көҙ айында. “Ҡайһы ҡупшы бүлмәлә йәшәп ятаһың. Әллә кире ҡайтаһың да ҡуяһыңмы?” – тип ҡулынан тотоп алғайны, Сара ҡапыл ныҡ итеп тартып алды ла: “Юҡ, ҡайтыу юҡ, уйлама ла!” – тине ҡәтғи генә. “Ярай, мин дә Мәрғизәне барып алырға китеп барам,” – тип сығып китте кинәт.
Тормош дауам итте. Тирә-яғындағы матурлыҡҡа иғтибар итә башланы Сара. Әйтерһең дә, донъя уға икенсе яҡтан асыла. Балаларының да уҡыуы менән даими ҡыҙыҡһынып торҙо. Вахтала ултырырға ла тура килә ине. Уҡытыусылары үҙҙәре үк әллә ҡайҙан танып, балалары хаҡында тик яҡшы хәбәрҙәр генә һөйләне. Эшенән ҡәнәғәтлек, эргәләгеләрҙең ихтирамы уның күңелен үҫтерҙе, алға ынтылыуға дәрт уятты. Үҙенә лә иғтибарын арттырҙы. Сәсен бөҙрәләтте, көрән төҫтә киң итәкле күлдәк алып кейҙе. Ҡояш нурҙары ла йылыраҡ, ай яҡтыһы ла сағыуыраҡ күренә башланы. Эске донъяһы ла тик матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылды. Тик... Ана шул тиге бар... Балаларын йәтим итмәҫмен тигәйне лә... Яҙмыштыр... Атайлы көйө тәнәйҙәре йәтимлеккә дусар булды... Иренең бер туған ағаһы улын үҙем алып көтәм, һин әйҙә ошонан ҡайтма, тип тә әйтеп ҡараны. Ҡатын ныҡ торҙо. Улын да бирмәне, морон төртөп һыйынған ерен дә ҡабат алыштырманы. Өмөтө ҙур Сараның. Балалары тормошта һынатмаҫ, ҡошсоҡтарын парлы ғаиләләрендә тәрбиәләрҙәр.
Таң һыҙылды... Ана, Торатау бешергән эҫе икмәген-ҡояшты ҡушҡуллап тотоп алды. Мөһабәт тау тән, йән йылытыр ҡояш нурҙарын башҡаларға ла тигеҙ тарата. Уны ла ерҙән йылытыр ҡояшы мотлаҡ ҡосағына алыр...
Автор: Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.