

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының “Артур Нәзиуллин, сағыу солистар һәм электрон орган” милли симфоник оркестры премьераһы үтте. Йыр-моң яратыусыларға классик әҫәрҙәр менән бер рәттән оркестрҙың баш дирижеры Дмитрий Крюков ижад иткән әҫәрҙәр ҙә тәҡдим ителде. “Боронғо Урал легендалары”ның дауамы һәм “Оркестр менән кларнет өсөн концерт” әҫәрҙәре барыһына ла оҡшаны.
Беренсе бүлектә Пол Дюктың “Тылсымсының уҡыусыһы”, Эжен Изай оркестры менән скрипка өсөн “Үткән йылдар ҡарҙары” симфоник скерцоһы һәм орган, литавр һәм ҡыллы оркестр өсөн Франсис Пуленктың Башҡортостандың халыҡ артисы Владислав Мортазин менән концерты яңғыраны.
Музыка белгестәре билдәләүенсә, был концерт өсөн махсус ҡуйылған электрон органда башҡарылған әҫәрҙәр ун йылға бер генә тапҡыр ҡуйыла торған һирәктәр иҫәбенә инә.
Был сара – Өфөнөң мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға. Республиканың Милли симфоник оркестр директоры Артур Нәзиуллин сәхнәгә етәксе булып түгел, ә башҡарыусы-кларнетсы булараҡ сыҡты.
- Әлбиттә, минең өсөн, музыкант булараҡ, оркестр менән кларнет концертының барлыҡҡа килеүе айырым ваҡиға булып тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: дуҫым, дирижер Дмитрий Крюковтың әҫәрендә башҡорт мотивтары бик үҙенсәлекле ҡулланыла. Мәҫәлән, “Ашҡаҙар” халыҡ көйөн генә алайыҡ. Концерт йөкмәткеһе буйынса бик ҡыҙыҡлы һәм ул минең графикта, репертуарымда мөһим урын биләйәсәк, – тине маэстро.
Ул шулай уҡ әлеге концерттың ҙур потенциалға эйә булыуын билдәләне.
- Был әҫәр кларнетсылар репертуарында мөһим урын биләйәсәк, тип иҫәпләйем. Тик “башҡорт" көйө һымаҡ ҡына күренһә лә, Башҡортостанда ғына түгел Рәсәйҙә лә, донъя кимәлендә лә.
Республиканың Милли симфоник оркестры премьераһы “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект “Культура”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Владимир Подкользин фотолары.