Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Ноябрь 2023, 13:35

Быйыл федераль мәҙәни ойошмалар менән 19 килешеү төҙөлгән

Республика Хөкүмәтендә федераль мәҙәни ойошмалар менән төҙөлгән килешеүҙәрҙең нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында фекер алыштылар.  

Быйыл федераль мәҙәни ойошмалар менән 19 килешеү төҙөлгәнБыйыл федераль мәҙәни ойошмалар менән 19 килешеү төҙөлгән
Быйыл федераль мәҙәни ойошмалар менән 19 килешеү төҙөлгән

"Мәҙәни хеҙмәттәшлек төбәктәр араһында оҙайлы бәйләнешәтр булдырыуға булышлыҡ итә", тип билдәләне республика хөкүмәте башлығы А. Назаров. 

- Республикала федераль мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары менән хеҙмәттәшлек үҫешә бара (2021 йылда – 10; 2022 йылда – 18; 2023 йылда 19 килешеүгә ҡул ҡуйылған). Был, әлбиттә, республиканың имиджын күтәреүгә булышлыҡ итә һәм Рәсәйҙең алдынғы театрҙары, музейҙары, концерт ойошмалары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итергә мөмкинлек бирә, - тине ул.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова федераль учреждениелар менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәрҙең нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында ентеклерәк хәбәр итте. 2020 йылдан 2023 йылға тиклем федераль ойошмалар менән хеҙмәттәшлек тураһында 47 килешеү төҙөлгән. Быйылғы августа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Санкт-Петербургтың төп музей комплексы - Эрмитаж менән килешеүгә лә ҡул ҡуйҙы.

Хеҙмәттәшлектең иң ҙур һөҙөмтәһе – “Росконцерт” менән берлектәге “Ҙур гастролдәр” проекты. Ул беҙҙең театр һәм концерт коллективтарына федераль финанслау иҫәбенә Рәсәй буйлап һәм сит илдәргә гастролгә сығыу мөмкинлеге бирә.

А.С.Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейы менән Башҡортостандың Р.Кузеев исемендәге Этнология тикшеренеүҙәре институтының археология һәм этнография музейы араһындағы алмаш күргәҙмә лә йылдың мөһим мәҙәни ваҡиғаһына әйләнде.

Ә. Шафиҡова мәҙәниәт өлкәһе буйынса белем алыуҙа хеҙмәттәшлекте билдәләне. Илдең абруйлы уҡыу йорттары - ГИТИС һәм Гнесиндар исемендәге Музыка академияһы менән килешеү төҙөлгән. Ноябрь башында Рәсәй дәүләт махсуслаштырылған сәнғәт академияһы Республика халыҡ ижады үҙәгендә инклюзив белем биреү буйынса семинар үткәрҙе. Шулай уҡ, был килешеүгә ярашлы, “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә инклюзив ижади лаборатория булдырылған.

С.В. Образцов исемендәге Дәүләт академия ҡурсаҡ театры менән килешеү төҙөү мәсьәләһе ҡарала. 2024 йылда, Башҡортостандың баш ҡалаһының юбилей йылында, Ҙур театр, Чехов исемендәге театр гастролдәре, Эрмитаж көндәре планлаштырылған.

Шулай уҡ был осорҙа Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм мәҙәниәт учреждениелары халыҡ-ара кимәлдә –  Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстандың мәҙәни ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында 20-гә яҡын килешеү төҙөнө, тип өҫтәне мәҙәниәт министры.

А. Назаров яуаплы власть органдарына килешеүҙәрҙең бөтә йүнәлештә лә, бигерәк тә яңы төбәктәргә ярҙам итеү йәһәтенән үтәлешен айырым контролгә алырға ҡушты.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас