

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, шағир Рәшит Назаров шиғырҙарҙан тыш, проза әҫәрҙәре лә ижад иткән. БР Милли әҙәбиәт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зөлфирә Ҡарағужина әйтеүенсә, улар сентябрь айында музей фондының баш һаҡлаусыһы Гөлнур Ҡорманаева менән Әбйәлилгә – ғүмеренең һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йылын тыуған төбәгендә йәшәп мәңгелеккә күскән Әсхәл Әхмәт-Хужаның тыуған яғына юллана. Маҡсаттары – Әбйәлилдә йәшәгән башҡа яҙыусыларҙың, сәнғәт һәм мәҙәниәт шәхестәренең да архивын ҡабул итеп алыу, сөнки ул төбәк яҙыусыларының архивы БР Милли әҙәбиәт музейы фондында әлегә булмай.
"Бөгөн яҙаһы һүҙем Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Әсхәл Әхмәт-Хужаның архивында һаҡланған, Әсхәл ағай үҙе әйткәнсә, “даһи” шағир Рәшит Назаровтың ҡулъяҙмалары тураһында.
Билдәле булыуынса, Әсхәл Әхмәт-Хужа студент ваҡытында ла, “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләгәндә лә Рәшит Назаров менән хат алышҡан. Быны дәлилләгән хаттар һаҡланған, дөрөҫөрәге – Рәшит Назаровтың яҙған хаттары, уларҙы ул тыуған ауылы Төрөмбәттән, хәрби хеҙмәт үткән Златоустан яҙған, ә Әсхәл ағайҙыҡы әлегә табылманы. Әйтергә кәрәк, ул хаттар араһында икенсе редакцияларға, икенсе кешеләргә арналғандары ла бар, әммә был тулыһынса түгел, Әсхәл ағай яҙғанса: “Рәшит һәр әҫәрен, шиғырын яҙып бөтөү менән үк Яҙыусылар Союзына, “Ағиҙел”, “Пионер”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Һәнәк” журналдарына, барлыҡ газеталарға ебәреп торҙо, үрҙә һанап сығылған органдарҙа уның яҙғандарын йә баҫып сығарып, йә булмаһа архивҡа тапшырҙылар, йәки бөтөнләй юғалтып бөттөләр... Мин был хәлде “Ағиҙел”дә эшләү практикаһынан беләм, 1965 йылда журналға эшкә килгәс, уның журналда сыҡмай ҡалған, туҙып ятҡан, архивҡа ингән бөтә ҡулъяҙмаларын йыйып алып, яңы ебәргән әйберҙәрен ҡушып айырым папкаға туплап барҙым...” Тап ошо папка – ҡәҙерле ҡомартҡы бөгөн беҙгә Рәшит Назаровты икенсе яҡтан аса, берҙән беҙ уның гениаль прозаик булыуын, икенсенән, хаттарының – эпистоляр ижад өлгөһө булыуын, өсөнсөнән, проза әҫәрҙәрендәге бер һөйләмгә һыйған оло мәғәнәле фекерҙәре үҙҙәре айырым ҡыҫҡа жанрға дәғүә итеүен, дүртенсенән, хаттарында уның шағир булып түгел, ябай һәм ябай ғына ла түгел кеше булараҡ фекер йөрөтөүен күрәбеҙ. Махсус белеме булмаған йәш кешенең, әҙәбиәт тураһында юғары кимәлдә компетентлы фекер йөрөтөүе тағы бер мәртәбә хайран ҡалдыра. Йәнә лә, Рәшит Назаровтың редакцияларҙа һ.б. ерҙәрҙә, Әсхәл ағай әйткәнсә, “туҙып ятҡан” ҡулъяҙмалары кемдәр ҡулына эләкте икән? Намыҫлы кешеләр ҡулында булһа ярай ҙа", -ти Зөлфирә Фәрит ҡыҙы.
Рәшит Назаровтың ҡульяҙмалары ҡайҙа, ниндәй проза әҫәрҙәре табылыуы хаҡында тиҙҙән гәзит биттәрендә Зөлфирә Ҡарағужинаның мәҡәләһе аша танышырһығыҙ.
Фото: БР Милли әҙәбиәт музейы архивынан.