+21 °С
Болотло


Дәртле шул Әбйәлил инәйҙәре! Шулай булмаһа, 83 йәшендә Хәснә Хафиз ҡыҙы Мостафина боронғо таҡмаҡтарҙы иҫләп, теттереп әйтер инеме ни, уның таҡмағына 71 йәшлек Зилдә Зәйнуллина өйөрөлөп йәштәр кеүек бейеп китер инеме?! Йөрәктәре йәш, күңелдәре дәртле, ә үҙҙәре торғаны бер талант! Афарин, Рысҡужа ауылы таланттары.
Әйткәндәй, был апайҙар менән гәзитебеҙҙең алдағы һандарында танышырһығыҙ.
Автор фотоһы һәм видеоһы.