

Күренекле яҙыусы, публицист, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәвкә быйыл 88 йәш тулған булыр ине. Ошо көндәрҙә шәхестең замандаштары, яҡындан аралашҡан ҡәләмдәрштәре, уның ижадын һөйөүселәр һәм яҡташтары Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында уҙған хәтер кисәһенә йыйылды.
Сараға шулай уҡ Рәшит Солтангәрәвтең апаһы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева саҡырылды.
Сараны ойоштороп алып барыусы Рәшит Солтангәрәевтың бик күп әҫәрҙәрен рус теленә тәржемәләүсе, яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина әҙип тураһында хәтирәләр менән бүлеште. Кисәнең ҡунаҡтары һәр береһе яҙыусы хаҡында күңелдәрендә йөрөткән яҡты иҫтәлектәр менән уртаҡлашты.