

Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлнур Кирәева менән һөйләшеүебеҙ ауыл мәҙәниәт тормошо тураһында башланып китһә лә, уның үҙенең ҡул эштәрен күреп, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ тағы ла артты. Ошо ерлектәге боронғо балаҫ станоктарын тергеҙеп, был шөғөлгә йән өрә ул. Шулай уҡ ул бик күркәм итеп милли кейемдәге ҡурсаҡтар ҙа эшләй.
–Ҡул эшенә оҫталыҡ 1901 йылғы ҡарт өләсәйемдән киләлер. Ул 91 йәшендә мәрхүм булғанда, миңә 12 йәш ине. Шул йәшкә тиклем ҡул эштәренә өйрәнеп ҡалырға тырыштым. Ҡарт өләсәйемдең станокта сепрәк буй балаҫтар һуҡҡанын күреп үҫтем. Өләсәйемә ярҙам итеп балаҫ өсөн сепрәктәр әҙерләп ултырғаным да хәтерҙә. Шул эш күңелемә һеңеп ҡалды, һәм йылдар үтеү менән ҡабат ҡыҙыҡһыныу уянды. Үкенескә ҡаршы, өләсәйемдең балаҫ һуғыу станогы ғына һаҡланып ҡалмаған, - тип һөйләне Гөлнур Мансур ҡыҙы.
Мәҙәниәт өлкәһендә һөнәр алып, мәҙәниәт йорто етәксеһе булып эш башлауы уға күптәнге хыялын – ошо шөғөлдө тергеҙергә тигән ниәтен тормошҡа ашырырға юл аса.
–Ауылда өй буйлап йөрөп станоктың деталдәрен йыйҙым. Ана шул берәмләп йыйылған өлөштәрҙән ағас эше оҫтаһынан станок эшләтеп алдым. Һүҙемде йыҡмағанға уға ҙур рәхмәт. Тап беҙҙең яҡта йәшәүселәр ҡулланған балаҫ станогы килеп сыҡты. Уны клубҡа индереп ҡуйғанда минең һөйөнөсөм әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҙур ине, – тине әңгәмәсем.
Үҙе генә өйрәнеп ҡалмай, был шөғөлгә халыҡты ла йәлеп итә башлай.Хатта күрше райондарҙан да оҫталарҙы саҡырып, дәрестәр ойоштора. “Туҡыу оҫталығы” тигән түңәрәк тә асҡан. Унда хатта уҡыусы балалар ҙа йөрөй.
–Минең түңәрәктә шөғөлләнгән бер нисә ҡыҙ шул тиклем балаҫ һуғыу эшенә оҫтарҙы.Улар был шөғөлдәрен бер ҡасан да ташламаҫ, киләсәктә балаларына ла өйрәтер тип ышанам. Йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уята алғанмын икән, был минең эшемдең емеше тип уйлайым, – ти шатланып ҡул эше оҫтаһы.
Балаҫ һуға-һуға ҡулы ла оҫтара Гөлнур Мансур ҡыҙының. Район ауылдары буйлап оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтергә лә даими сыға, белгәнен башҡаларға өйрәтә.
Йәнырыҫ уңғанының тағы ла бер үҙенсәлекле шөғөлө тураһында белдек. Гөлнур Кирәева эсенә мамыҡ тултырып, төрлө милли костюмдарҙа ҡурсаҡтар эшләй. Уларҙы текмәй генә сепрәктән һәм ептән яһай, бары тик кейемдәрен теккәндә генә энә ҡуллана. Был һөнәре менән дә оҫталыҡ дәрестәре алып барырға өлгөрә ул.
Үткәндәр менән киләсәкте бәйләй белгән, боронғо шөғөлдәребеҙгә йән өргән ошондай оҫталар мәҙәни байлығыбыҙҙы арттыралар.
Фотолар авторҙыҡы һәм Гөлнур Кирәева архивынан.