

“Тормош сабырыраҡ, түҙемлерәк булырға өйрәтте”
– Рәшит ағай, һүҙебеҙҙе заманға бәйләп башлайыҡ әле. Бер шиғырығыҙҙа Һеҙ:
Аҡ ҡағыҙ бите миңә – аҡ донъя,
Мин унда – дәүерҙәр илсеһе,
Яңы заманға күҙ йәше аша
Йылмайып сәләмдәр илтеүсе, –
тип яҙаһығыҙ. “Йылмайып сәләмдәр илтеүсе” тигәнегеҙ аңлашылып тора. Ә ни өсөн “күҙ йәше аша йылмайыу” һуң ул?
– Эй, туғаным, кеше яҙмыштары, тормош, донъя хәлдәре тураһында уйланаһың икән, йыш ҡына күҙ йәше аша йылмайырға тура килә шул. Был бигерәк тә минең йәштәге өлкән кешеләр өсөн айырыуса характерлы. Күпме яҡын дуҫтарым арабыҙҙан китте. Шул аҫыл дуҫтарымды, атай-әсәйемде, баҡыйлыҡҡа күскән туғандарымды, ауылдаштарымды иҫкә төшөрәм.
Тыуған ауылым тарихы тураһында күп кенә материалдар тупланым. Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалған ауылдаштарымдың һындары күңелем түрендә урын алған. Әле бына хәҙер ҙә заманалар ҡатмарлы, донъялар тыныс түгел. Улдарын, ирҙәрен, аталарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсәләр, ҡатындар, балалар менән бергә мин дә Хоҙайҙан яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын һорап теләктәр теләйем.
Минең булмышымды аңлайһығыҙҙыр, тип ышанам.
– Һеҙ тормошта үҙегеҙгә ҡарата байтаҡ ғәҙелһеҙлек кисергән кеше. Ошо хәл холҡоғоҙға йоғонто яһанымы, кешеләргә ҡарашығыҙҙы үҙгәрттеме?
– Юҡ, холҡома һис кенә лә насар йоғонто яһаманы, кешегә ҡарашым да үҙгәрмәне. Ә шулай ҙа кешегә артыҡ ныҡ ышаныусанмын. Бының миңә тормошта бик ҡиммәткә төшкән саҡтары ла булды. Холоҡ тигәндән, йәш саҡта мин яндырайыраҡ бер кеше инем. Ярай әле был етешһеҙлектән ваҡытында ҡотола алдым. Шөкөр, тормош мине сабырыраҡ, түҙемлерәк булырға өйрәтте.
– Халҡыбыҙ өсөн йәнегеҙ әсеп, уның мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн “амбразураға ташланырға”ла тура килгән, милли үҙаңды уятыр өсөн күпме көс түккәнһегеҙ. Был шәхсән үҙегеҙ өсөн кире эҙемтәләргә лә килтергән. Ошо саялығығыҙ өсөн үкенеп, үҙегеҙҙе нисектер “тыйырға” маташҡан саҡтарығыҙ булдымы?
– Үткәндәргә әйләнеп ҡарайым да шуныһына шөкөр итәм: сейле-бешле һүҙҙәр һөйләп, яңылыш аҙымдар яһап йөрөмәгәнбеҙ. Беҙ, мәҫәлән, суверенитет өсөн көрәш барған саҡта, ниндәй генә ҡаршылыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, бөтөн мәсьәләләрҙе, халыҡ ихтыярына таянып, сәйәси йәһәттән нигеҙле итеп көн тәртибенә ҡуйыуға өлгәштек. Әйткәндәй, әлеге шул амбразураға ла аңын-тоңон белмәйенсә ташланыу үҙен аҡламаҫ ине. Миҫал өсөн, суверенитет иғлан итеү көн тәртибенә ҡуйылыр алдынан республикала башҡорт телен урыҫ теле менән бергә дәүләт теле тип иғлан итеү мәсьәләһе ҙур ҡаршылыҡҡа осраны. Беҙгә Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларациянан был пунктты ҡыҫҡартып, ул проблеманы алдағы йылдарға ҡалдырып торорға тура килде. Шул рәүешле бер аҙым артҡа сигенеп, артабан депутаттар менән эшләргә, үҙ-ара аңлашырға кәрәк булды. Һөҙөмтәлә йәмғиәттә ҡараштар арыу уҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрә барҙы һәм, оҙағыраҡҡа һуҙылһа ла, ниһәйәт, дәүләт теле тураһында закон ҡабул итеүгә өлгәштек. Әле бына шул осорҙа матбуғатта баҫылған публицистик мәҡәләләремде, интервьюларымды ҡарап ултырҙым да, ул хеҙмәттәрҙең бөгөнгө көн өсөн дә әһәмиәтле булғанына төшөндөм. Ошо арала урыҫ телендә яҙылған мәҡәләләр һәм очерктарҙан айырым бер том төҙөнөм. Бик ҡыҙыҡлы китап булмаҡсы.
“Нисек кенә булмаһын, шиғриәттән айырылманым”
– Ауырлыҡтар Һеҙҙе сыныҡтырған ғына. Барыр юлығыҙҙан тайпылмай, маҡсатығыҙға етеп, үҙегеҙҙең исемде фән донъяһында ла, ижад даирәһендә лә, ижтимағи тормошта ла балҡытыуға ирештегеҙ. Тимәк, ҡайһы саҡта тетрәнеүҙәрҙең алда маяҡ булып торған маҡсатҡа барып етеүгә булышлыҡ итеп тә ҡуйыуы хаҡтыр.
– Тетрәнеүҙәр маҡсатҡа барып етеүгә булышлыҡ итәме, юҡмы, әйтә алмайым. Иң мөһиме – ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, үҙ юлыңдан тайпылмайса алға барыуҙыр ул, моғайын. Бына шул хаҡта минең дүрт юллыҡ ҡына бер шиғырым:
Фән ғалимгә – зиннәтле йорт, изге ҡорам,
Ғилем юлы – Ғаләмдәге серле урам.
Сын ғалимгә килә әмер юғарынан –
Таш яуһа ла, тайпылмаҫҡа тура юлдан.
– Ғилми эҙләнеүҙәрегеҙ шул ҡәҙәре күп яҡлы – тел, әҙәбиәт, фольклор, топонимика… Улар барыһы ла халҡыбыҙ, тыуған Башҡортостаныбыҙ менән бәйле. Топонимик хеҙмәттәрегеҙ генә лә ни тора! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә хәҙер теге йәки был билдәле тәбиғәт мөйөштәрен халҡыбыҙ электән биргән исем менән атамай, руссалаштырып һөйләүгә күсеп баралар. Ағиҙелебеҙ – Белаяға, Яҡтыкүлебеҙ – озеро Банноеға, Ирәкташ – Инзерские зубчаткиға, Елмерҙәк бөгөлө Тещин языкка, хатта беҙҙең халыҡ өсөн изге һаналған “Шүлгәнташ” мәмерйәһенең Капова пещераға әйләнгәненә инде берәү ҙә аптырамай ҙа төҫлө… Нимә был, халҡыбыҙҙың әлеге лә баяғы аумаҡайлығымы, әллә башҡа сәбәптәр бармы икән?.. Нисек тарихи атамаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға була һуң?
– Быны мин һис тә халҡыбыҙҙың аумаҡайлығы тип атамаҫ инем. Ер-һыу атамаларын боҙоу, урындағы топонимик мираҫты һанға һаҡмау – электән килгән күренеш шул, үкенескә күрә. Бына атаҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенең тарихи исемен инҡар итеп, йәнәһе, Капова тип йөрөтөүгә күпме ҡаршы торорға тура килде. Шөкөр, аҡыллы егеттәребеҙҙең тырышлығы менән ул хәҙер бөтөн донъяға Шүлгәнташ булараҡ әленән-әле киңерәк таныла бара. Бүтән тарихи атамаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн дә ғилми йәмәғәтселек тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ күрһәтергә тейеш.
– Шиғриәт нимә ул һеҙҙең өсөн? Ҙур-ҙур ғилми хеҙмәттәр яҙған, энциклопедик белемле ғалимдың тормошонда ижадҡа ниндәй урын бирелде? Уға икенсел тип ҡарайһығыҙмы, әллә башҡараҡ сифат һалаһығыҙмы?
– Шиғриәткә, юҡ, икенсел тип ҡарамайым. Мин бит әҙәбиәткә шағир булараҡ килеп керҙем. Ләкин яҙмыш ҡушыуы буйынса бер юлы бер нисә йөктө тартырға тура килде. Бүтәнсә мөмкин түгел ине. Фән, ғилем менән шөғөлләнеү, йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә көстө сарыф итеү күп ваҡыт әҙәби ижадты бик ныҡ тотҡарланы. Ләкин, нисек кенә булмаһын, шиғриәттән айырылманым. 2017, 2020 йылдарҙа “Һайланма әҫәрҙәр”емдең ике томы баҫылып сыҡты. Уның беренсе томында шиғырҙар һәм поэмалар тупланған. Шуны ла әйтеп үтәйем: минең бүтән жанрҙарҙағы әҫәрҙәрем дә (очерктар, публицистика), хатта ғилми хеҙмәттәрем дә шағир ҡулы менән яҙылған. Мәҫәлән, “Сыңрау торналар иле” тигән китабымды ғына алайыҡ. Уны бик күптәрҙең яратып уҡыуы тураһында миңә мәғлүм. Уның яңы баҫмаһын әҙерләргә тәҡдим итеүселәр ҙә булды. “Йөрәктәге яҙмалар” тигән хәтирәләр китабымды ла ҡәләмдәштәрем юғары баһаланы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев уны милләт йөрәгендәге яҙмалар тип атаны. Ғөмүмән, шиғриәт ул минең өсөн бик киң төшөнсә.
“Халҡым бәхетле булһа, мин дә бәхетле”
– Бер яҙмағыҙҙа Һеҙ, Рәшит ағай, үҙ ваҡытында тыуған ауылығыҙҙа тороп ҡалып, шунда йорт һалып, ғаилә ҡороп, донъя көтә алмағанға үкенгән һымаҡ әйтеп ҡуйғайнығыҙ. Нилектән ундай тойғо биләне Һеҙҙе?.. Ә бит, әгәр ҙә шулай яҙған булһа, беҙ Рәшит Шәкүр тигән тос фекерле аҡыл эйәһен, алдынғы ҡарашлы йәмәғәт эшмәкәрен, тәрән фәлсәфәле шағирҙы белмәгән булыр инек, бәлки?.. Һеҙгә атайсалығыҙҙа ғүмер итеү яҙмаған, уның ҡарауы, халҡыбыҙ ниндәй илһөйәр, телһөйәр шәхескә эйә булған! Тимәк, бушҡа булмаған был?..
– Һеҙҙең менән килешәм. Әммә барыбер тыуған ауыл һағындыра бит. Ә шулай ҙа, ни хәл итәһең, Әнғәм Атнабай әйтмешләй, шағирҙар ауылда тыуа, ҡалала үлә лә баһа. Минең дә дуҫым Рәшит Солтангәрәевкә арналған ошондай ҡыҫҡа ғына шиғырым бар:
Ауылдарҙа тыуған шағирҙәр
Ауылдарға ҡайта ахырҙа,
Үтеп киткәс алтын ғүмерҙәр.
Яңыраҡ “Киске Өфө” гәзитендә Хәлил Һөйөндөков “Ышанмағыҙ беҙгә, ауылдар!” тигән мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Ул да ошо уҡ фекерҙе, дөрөҫөрәге, хәҡиҡәтте раҫлай. Әлеге ваҡытта, оҙаҡ ҡына йылдар Өфөлә эшләгәндән һуң тыуған яғы Әбйәлил районына ҡайтып, ауылда йәшәп ижад иткән бер генә әҙибәне беләм: ул Гөлшат Әхмәтҡужина (Гөлгизәр Фәйзи). Афарин һиңә, Гөлшат һеңлем! Ҡайһы бер булдыҡлы яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Өфө эргәһендәге ауылдарҙа урынлашып алды. Уларға ла, әлбиттә, афарин!
– Йәшәйешебеҙ ҡатмарлы, яңы һынауҙарын ебәреп кенә тора. Ауыр заманда рухтары бирешеп, төшөнкөлөккә бирелгән заттар ҙа бар. Үҙ ғүмерегеҙҙә әсеһен дә, сөсөһөн дә байтаҡ татыған шәхес, Ил ағаһы булараҡ, ниндәй кәңәш бирер инегеҙ ундайҙарға?
– Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, яҡты донъяға килгәнегеҙ өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтеп йәшәгеҙ, туғанҡайҙарым!
– Тормошта Һеҙҙе иң ныҡ ҡыуандырғаны нимә?
– Ғаиләм, туғандарым имен-аман, һәммәһе лә һау-сәләмәт икән, иң ҙур ҡыуанысым шул. Йәнә халҡым бәхетле булһа, мин дә бәхетле. Илебеҙ-көнөбөҙгә бары тик именлектәр теләп йәшәйем.
– Яңыраҡ һеҙҙең “Ынйы бөртөктәре” тип аталған ҡыҫҡа шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. Унда төрлө йылдарҙа яҙылған ижад емештәрегеҙ тупланған. Баҫма тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
– Китапҡа фәҡәт ҡыҫҡа – бер, ике, өс юллыҡтарым, дүрт, алты, һигеҙ юллыҡ шиғырҙарым инде. Һәр ҡайһыһына даталарын ҡуйып барғанмын, иң беренсеһе, әйтәйек, 1961 йылда яҙылған. Бының сәбәбе – ҡыҫҡа шиғырҙарҙа дәүерҙең характеры, үҙең йәшәгән осорға ҡарата һинең фекерең сағыла, ул бөгөнгө менән ауаздаш та булмаҫҡа мөмкин.
Ҡыҫҡа шиғырҙар ижад ғүмеремдең бөтөн дәүерен үҙ эсенә ала, йәғни ҡасан шиғырҙар ижад итә башлағанмын, шул осорҙан алып яҙылғандар. Шуныһы менән әлеге китабым миңә айырыуса ҡәҙерле.
– Хеҙмәт юлығыҙ беҙҙең “Башҡортостан” гәзите менән бәйле. Әле лә араларҙы өҙмәйһегеҙ, Һеҙ – баҫмабыҙҙың даими уҡыусыһы ла, хөрмәтле авторыбыҙ ҙа, кәңәшсебеҙ ҙә. Гәзитебеҙгә, уның уҡыусыларына әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр, моғайын?
– “Йөрәктәге яҙмалар” тигән хәтирәләр китабымда “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”) гәзите редакцияһында эшләгән йылдар хаҡында тотош бер бүлексә арнағанмын. “Совет Башҡортостаны – оҫталыҡ мәктәбе” тип атала ул. Ижади эшемдә ошо мәктәпте үтеүҙең әһәмиәте ғәйәт ҙур булды. Гәзитебеҙҙе мин хәҙер ете тиҫтә йылдан артығыраҡ бер һанын да ҡалдырмай уҡып барам. Был беҙҙең иң төп гәзитебеҙ. Һеҙҙе лә унан бер ҡасан да айырылмаҫҡа, уның ысын патриоттары булырға өндәйем. Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ, бәхетле, иманлы ғүмерҙәр насип булһын!
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рәшит Закир улы!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.
Нәсих Хәлисов фотоһы.