Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Декабрь 2023, 18:20

Бер ваҡыт Өфөлә...

Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер фильм төшөрөлә. 

Бер ваҡыт Өфөлә...Бер ваҡыт Өфөлә...
Бер ваҡыт Өфөлә...

2024 йылдың йәйендә Башҡортостанда баш ҡалабыҙ "ҡатнашлығында" фильм төшөрә башлау күҙаллана. Картинаның эш атамаһы – "Бер ваҡыт Өфөлә". Сергей Аксаковтың бөтә донъяға билдәле "Ал сәскә" әкиәте мотивтарына нигеҙләнгән романтик комедия буласаҡ ул. Яңылыҡты баш ҡалабыҙ хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр иттеләр.

Фильмдың төп геройы - Вика исемле ҡыҙ. Ул баш ҡала сауҙа үҙәктәренең береһендә торған манекен ысынында сихырланған егет кеше икәнен күреү һәләтенә эйә. Ҡыҙға яҡындарын мөғжизәгә ышандырыр, егетте ҡотҡарыр өсөн күп көс һалырға тура килә. Уның ҡарауы, ул һөйөүен дә таба.

Киноның үҙенсәлеге - ундағы ваҡиғалар Өфөнөң 450 йыллығын байрам иткән ваҡытта бара. Тамашасы баш ҡалабыҙҙың матурлығын ғына түгел, тотош Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен күреп һоҡлана ала. Бында Шүлгәнташ мәмерйәһе лә, Торатау ҙа, Нөгөш һыу һаҡлағысы ла күренә.

Фильмды төшөрөүгә Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ярҙам итә - федераль бюджеттан субсидия бүленгән. Ил буйынса прокатҡа сығыу ваҡыты 2025 йылдың октябре, Башҡортостан көнөнә ҡарай, тип планлаштырыла.

Сценарийҙы Айгөл Үтәгәнова яҙған, ҡуйыусы режиссеры - Дмитрий Николенко, был уның тәүге эше буласаҡ. Ижади командала Рәсәй киноһында исемдәре ярайһы ишетелгән кешеләр ҙә бар. 

Иллюстрация өсөн һүрәт – Өфө ҡалаһының рәсми сайтынан.

Ҡала күренештәре – Нәсих Хәлисов фотолары. 

Бер ваҡыт Өфөлә...
Бер ваҡыт Өфөлә...
Бер ваҡыт Өфөлә...
Бер ваҡыт Өфөлә...
Бер ваҡыт Өфөлә...
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас