

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов етәкселегендә республика баҫмаларынан бер төркөм журналистар махсус хәрби операцияла командировкала. Улар араһында яҙыусы, журналист, Милли әҙәбиәт музейы директоры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманова ла бар. Ул “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә унда күргән, булған хәлдәр тураһында ла бер аҙ уртаҡлаша. Яңыраҡ белдереүенсә, уны “Апай” саҡырыуы аҫтында йөрөтә башлағандар.
“Махсус хәрби операцияла яугирҙәр позывной менән. Бык, Дикий, Мираж, Алға, Башҡорт, Хан, Ашхабад һәм башҡалар. Бында килгәс, тәртип буйынса мин дә үҙемә позывной һайланым. Миләүшәнең руссаһын алдым: Фиалка. Тик был позывной миңә йәбешмәне. Тәүге көн үк оҙата йөрөгән йәш башҡорт егеттәре "апай" тине лә, шулай китте лә барҙы. Хатта аҡ һаҡаллы афғандар ҙа "апайым"дан һалдырмаһынмы.
– Һеҙгә Фиалка тип өндәшергә ҡыймайҙар, ахыры, “Апай” тип һөйләп тик йөрөйҙәр, - тине, ахыры, командир.
– Ярай инде, инәй тимәгәстәр ҙә... - мәйтәм.
– Үпкәләмәйһегеҙҙер, улар бит яҡын күреп...
Ниндәй үпкәләү инде? Шулай ҙа шуны аңланым, бында позывнойҙы ҡыҙыҡ өсөн генә һайламайҙар икән. Был ҡыҫҡа ғына код һинең булмышыңа дөйөм характеристика бирә. Мин дә, бына, "Апай" позывнойлы хәрби корреспондент булып ҡуйҙым.
Материалдар ҡайтҡас ҡуйылыр, бында связь юҡ кимәлендә”, – тип яҙған Миләүшә Ҡаһарманова.
"Ҡыҙыу нөктәлә" эшләгән хеҙмәттәштәребеҙҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/milyasha_kagarmanova Миләүшә Ҡаһарманова