Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Декабря 2023, 02:00

Күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр...

Рәхимә Мусинаның ҡул эштәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Иҫ киткес матур улар...

Күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр...Күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр...
Күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр...

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәре шулдыр күрәһең. Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән Рәхимә Мусинаны күптәр  талантлы журналист, блогер, психолог булараҡ яҡшы белә, ә бына уның  ҡул эштәренә маһир икәнлеген барыһы ла белеп етмәйҙер. Уның хаҡында "ҡулынан йәйғор ҡойола", "ҡулдары мөғжизә тыуҙыра" тип тә атайҙар. Ысынлап та Рәхимә Мөхөтдин ҡыҙы бәйләү, сигеү, ырғаҡ менән эшләү, төрлө биҙәүестәр яһау буйынса оҫталарҙың оҫтаһы. Уның әйберҙәре бары тик һоҡланыу ғына уята, матурлығынан күҙҙәр ҡамаша. Ана, үҙегеҙ ҙә ҡарағыҙ әле, ниндәй матур биҙәүестәр бит...

Фото һәм видео: Рәхимә Мусина.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас