

Башҡорт теле
Көтөлмәгән шырлыҡтарға юлығып,
Урманында һинең, башҡорт теле,
Тертләп китәм.
Күптән онотолған
Моң алғандай йөрәгемде телеп.
Ҡойолоп төшөп ағас баштарынан,
Илгәҙәк нур уйнай ҡарашымда.
Аяҡ аҫтым — ҡыу япраҡтан ғына,
Йәш үҫенте — барса тарафымда...
И азатлыҡ рухы, ирек моңо!
И мөҡәддәс, ғәзиз боронғолоҡ!
Миһырбанлыҡ һиндә — иң бөйөк ғәм,
Ҡыр тибелер һиндә ҡырын холоҡ.
Һәр тере зат — йыһан сәғәҙәте,
Һәр бер бөжәк бында — шырлыҡ йәме.
Иркенлектә иркәләнеп үҫкән
Кейек итеп үҙен тоя йәнем
Урманыңда һинең,
Башҡорт теле!
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
Фото: шағирәнең шәхси сәхифәһенән – vk.com/tamarayuldash