

Бөгөн, 15 декабрҙә, Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1-се Төркмән ауылындағы мәҙәниәт йортонда булды. Ул 2023 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса ремонтланған. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 12,2 миллион һум йүнәлтелгән.
Төҙөүселәр ҡыйыҡты яңыртҡан, бинаның тышын сайдинг менән көпләгән, яңы тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе монтажлаған, электр менән тәьмин итеү һәм елләтеү системаларын яңыртҡан, эске биҙәкләү эштәрен башҡарған, түбәләрҙе алмаштырған. Өҫтәмә рәүештә ауыл мәҙәниәт йортонда тамашасылар залы өсөн ултырғыстар, мебель, компьютерҙар, ойоштороу техникаһы һәм башҡа ҡорамалдар һатып алынған, сәхнә кейеме тегелгән.
Мәҙәниәт йортонан тыш, бинала китапхана, «Ихлас» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы һәм Ғата Сөләймәнов исемендәге музей урынлашҡан.
"Ихлас" клубы етәксеһе Рәғиҙә Әхмәтшина бында 200-ҙән ашыу, шул иҫәптән күрше тораҡ пункттарҙан, райондарҙан, ҡалаларҙан һәм хатта башҡа төбәктәрҙән килгән ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Ә онлайн-дәрестәргә 700-гә яҡын ҡатнашыусы ҡушыла. Элек клубтың төп махсуслашыуы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен һәм костюмдарын тегеү ине. Ләкин махсус хәрби операция башланғас, ҡул эше оҫталары маскировка селтәрҙәре һәм носилкалар етештереүгә күсә. Был эштә уларға Башҡортостан Башлығы булышлығында клуб өсөн һатып алынған яңы тегеү машиналары ярҙам итә.
Ауыл мәҙәниәт йортонда Радий Хәбиров «Ихлас» оҫталары менән аралашты. Улар республика Башлығына яңыртылған мәҙәниәт йорто өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Хәҙер беҙҙең бөтә хәстәрлегебеҙ – махсус хәрби операциялағы егеттәр хаҡында. Беҙ улар өсөн бейәләй, ойоҡ бәйләйбеҙ. Бөтә әсәләр исеменән беҙҙең яугирҙәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине «Ихлас» клубы ағзалары.
Мәҙәниәт йортоноң яңыртылған бинаһына танылған башҡорт йырсыһы, ҡурайсы, фольклор йыйыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғата Сөләймәнов исемендәге музей ҙа күскән. Ул урындағы мәктәп уҡытыусыһы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов башланғысы менән 1989 йылда артистың тыуған төйәгендә асыла. Музейҙа Ғата Сөләймәновтың шәхси әйберҙәре, музыка ҡоралдары, китапханаһы, грампластинкалары, ҡулъяҙмалары урын алған. Бер нисә зал урындағы халыҡтың матди мәҙәниәтенә, шулай уҡ 1-се Төркмән ауылының һәм «Ирәндек» совхозының тарихына арналған.
Радий Хәбиров музейҙа Ғата Сөләймәновтың һеңлеһе Венера Сиражетдинова менән осрашты. Уға 84 йәш. Ул ейәндәренең береһенең ҡурайҙа уйнауы һәм күренекле олатаһы эҙҙәре буйлап барырға теләүе хаҡында һөйләне.
Клуб бинаһы алдында Башҡортостан Башлығы урындағы халыҡ менән аралашты, ауылда медицинаның торошо менән ҡыҙыҡһынды һәм 2024 йылда бында табип амбулаторияһын яңыртырға ҡушты. Кешеләр шулай уҡ йорттарҙың ҡыйыҡтарын ремонтлауҙа ярҙам итеүҙәрен, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн трактор бүлеүҙәрен һораны. Икенсе Төркмән ауылы халҡы ауылға газ үткәреү мәсьәләһен хәл итеүҙәрен һораны. Радий Хәбиров профилле ведомстволарға ошо мәсьәләләрҙе өйрәнергә ҡушты.
- Республикабыҙҙа ауыл мәҙәниәт йорттары - ике меңгә яҡын, уларҙың күбеһе иҫке. Беҙ уларҙы эҙмә-эҙлекле ремонтлайбыҙ. Әлбиттә, бөтәһе лә беҙ теләгән тиҙлек менән килеп сыҡмай. Ләкин беҙ һәр мәҙәниәт йортон ремонтлаясаҡбыҙ. Был минең ҡәтғи ҡарашым, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото: РБ Башлығы сайтынан