

Быйылғы "Башҡорт йыры-2023"" телевизион йыр конкурсының еңеүсеһе - Айтуған Вәлмөхәмәтов.
Айтуған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй, атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов кеүек йырсы һөнәрен һайлаған. Ул донъя һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарында даими ҡатнаша һәм төрлө урындар яулай.
Айтуғанды Гран-при алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Әйткәндәй, "Башҡорт йыры" конкурсының концертын Яңы йыл төнөндә БЮТ каналында ҡарай алаһығыҙ.
Фото: "Башинформ".