+21 °С
Болотло


ӨҘӨЛМӘҪ МОҢ
(Яугир ауылдашым Алмас Хужин иҫтәлегенә)
Гармунсының исемдәре
Гармун ҡайыштарында,
Булмаһын һөйгән йәрҙәрең
Ҡояш байыштарында.
(Халыҡ йырынан)
Китте инде һөйгән йәрҙәр
Ҡояш байыған яҡҡа,
Тыуған илде бирмәҫ өсөн
Ҡаныҡҡан ете ятҡа.
Өҙөлдө гармун ҡайышы,
Өҙөлдө гармун моңо,
Тик өҙөлмәҫ батыр даны,
Һыналды яуҙа ҡоно.
Тоғро ҡалып быуат-быуат
Ҡаһармандар рухына,
Яҙып ҡалдырҙы исемен
Мәңгелек тарихына.
Автор: Гүзәл Ситдиҡова.
Фото: скриншот