Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2023, 18:00

Ҡыш бабай байрамға сыҡҡан

Билдәле һәүәҫкәр гармунсы Яңы йыл сараһында дәртле көйҙәре менән халыҡтың күңелен асҡан. Афарин!

Ҡыш бабай байрамға сыҡҡанҠыш бабай байрамға сыҡҡан
Ҡыш бабай байрамға сыҡҡан

Республиканың район һәм ҡалаларында Яңы йыл шыршыһын асыу байрамдары башланды. Бөгөн, 20 декабрҙә, Белорет ҡалаһының Металлургтар майҙанында ла сағыу сара уҙҙы. 

Был сараға Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан һәүәҫкәр гармунсы, моңло тауышлы, шул уҡ ваҡытта шаян, дәртле Алик Юлышев йылдағыса гармун менән сығып, халыҡты башҡорт көйҙәренә лә бейеткән. Етмәһә, үҙе Ҡыш бабай булып кейенеп тә алған. Был күренеш белореттарға бик оҡшаған, хатта "Тик-ток" яҙмаһы итеп социаль селтәргә һалғандар.

Фото: скриншот.

Видеояҙма: ватсаптағы ""Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! " төркөмөнән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас